-17 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

85 йәшлек умартасынан - яугирҙарға бал

Әлшәй районынан Фәнис Ғәлимов махсус хәрби операция яугирҙарына үҙенең умарталығынан алынған 35 килограмм сифатлы бал ебәргән.

85 йәшлек умартасынан - яугирҙарға бал
85 йәшлек умартасынан - яугирҙарға бал

«МХО башланғандан алып ул Ватанды һаҡлаусыларға татлы ризыҡ оҙата, — тип хәбәр итә Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин. — Яугирҙар тәм-том менән генә һыйланып ҡалмай, ябай граждандарҙың, яҡындарының күңел йылыһын тоя. Фәнис Ғәлимйән улы кеүек кешеләр булғанда һәр яугир үҙен дуҫлыҡ, Ватанға һөйөү һәм тоғролоҡ хаҡын белгән ҙур ғаиләнең бер өлөшө итеп тоя».

Әйткәндәй, Фәнис Ғәлимов – республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, 40 йыл хеҙмәт стажы булған тәжрибәле зоотехник. Күптән түгел ул 85 йәшлек юбилейын билдәләгән. Уға һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ!

Сығанаҡ һәм фото: Башҡортостаным | яңылыҡтар

 

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас