Был акцияла республика мәктәп уҡыусылары яуҙағы һалдаттарға хат яҙҙы.
Тиҙҙән бер төркөм журналистар яугирҙар янына юлланасаҡ. Был акцияла ҡатнашҡан уҡыусыларға рәхмәт әйтәбеҙ. Айырыуса Баймаҡ районы, Ауырғазы һәм Өфө ҡалаһы уҡыусыларын маҡтағы килә. Һәр ваҡыт шулай илһөйәр, телһөйәр булып ҡалығыҙ, кескәй дуҫтар!