-7 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Тыва Хатикоһы хужаһын аэропортта бер йылдан ашыу көтә...

Тыва Хатикоһы, йәки эт МХО-ла һәләк булған хужаһын аэропортта бер йылдан ашыу көтә.

Тыва Хатикоһы хужаһын аэропортта бер йылдан ашыу көтә...
Тыва Хатикоһы хужаһын аэропортта бер йылдан ашыу көтә...

Умканың хужаһы - "Кайгал" ҡушаматлы яугир Чаян Бурбу. Ул Умканы махсус хәрби операция биләмәһенән тәүге тапҡыр ялға ҡайтҡанында эйәләштерә. Хужаһының командаларына көсөк тиҙ генә күнегә.

Яугир былтыр ғинуарҙа һәләк була. Ул 55-се гвардия мотоуҡсылар бригадаһында разведчик-снайпер булып хеҙмәт итә. Хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн миҙалдар һәм ордендар менән бүләкләнгән. Батырҙың ҡатыны, ҡыҙы, әсәһе, өлкән ағаһы тороп ҡалған.

Умка бер йылдан ашыу аэропортта йәшәй, хужаһының ҡайтыуына өмөтләнә. Һәләк булған һалдаттың туғандары этте өйөнә алып ҡайтырға маташҡан, әммә ул ҡасып, ирҙе оҙатҡан урынға ҡайтҡан.

Бына нисек эттәр хужаларына тоғро  була икән...

 

Сығанаҡ һәм фото: "ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 Fм

 

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас