Стела асыу сараһында МХО-ла ҡатнашыусылар, уларҙың туғандары һәм яҡындары, саҡырылған ҡунаҡтар һәм ауылдаштар ҡатнашҡан. Патриотик рухта һуғарылған тантаналы сара башҡорт халыҡ көйө «Урал» менән асыла (Мәүлит Арыҫланов һәм Камил Фәйзуллин башҡарыуында).
Уны төҙөүгә финанс ярҙамды ауылдың илһөйәр ир-егеттәре күрһәткән.
Тантана һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыу һәм стелаға сәскәләр һалыу менән тамамланған.
Темәстә асылған стеланың асылыуы Баймаҡ районы өсөн бик әһәмиәтле ваҡиға.
Был иҫтәлекле урын бөгөнгө һәм киләсәк быуындар өсөн тарихи хәтерҙе һаҡлау үҙәгенә әйләнер әле.
Сығанаҡ һәм фото: Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите