-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Салауат тоҡомло яҡташыбыҙ - Рәсәй Геройы!

23 февралдә Кремлдә илдең Оборона министрлығы һәм Росгвардия хәрбиҙәренә Рәсәй Федерацияһы дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы булып үткәйне. Бүләкләнгәндәр араһында яҡташыбыҙ, Салауат районында тыуып үҫкән Вәсил Ямалетдинов та бар ине. Ил Президенты уға “Алтын йондоҙ” тапшырҙы.

Салауат тоҡомло яҡташыбыҙ - Рәсәй Геройы!
Салауат тоҡомло яҡташыбыҙ - Рәсәй Геройы!

Рәсәй Федерацияһы Геройы Вәсил Ямалетдинов – Көнсығыш хәрби округы 5-се дөйөм ғәскәр армияһы 60-сы мотоуҡсылар бригадаһы мотоуҡсылар батальонының рота командиры. Уның командалығында Алыҫ Көнсығыш бригадаһы штурмлау ротаһы яугирҙәре, иң тәүгеләрҙән булып тораҡты штурмлап, Еңеүгә юл ярып, Гуляй-полеға барып инде.

Геройҙың тамырҙары – Салауат районынан. Шайтан-көҙәй ырыуы вәкиле. Уның атаһы Камил Ямалетдинов - Әлкә ауылынан, ә әсәһе – Башҡорт Илсекәйенән. “Катав” IX синыфҡа  тиклем үҙҙәрендәге мәктәптә уҡыған, артабан Ҡытаутамаҡ механика техникумында белем алған. Бәләкәйҙән спорт, айырыуса бокс менән шөғөлләнгән. “Катав” Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткән, унда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Шунда уҡ ғаилә ҡорған, ҡыҙы бар.

Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уны юғары наградаһы менән ҡотлайбыҙ!

 

Айһылыу НИЗАМОВА.

Фото: Интернет селтәренән.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас