-5 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Байназарҙар ярҙамға ашыға

Беҙҙең бөрйәндәр ҙә махсус хәрби операцияла ҡатна­шыусы яугирҙарға ярҙам ойоштора. Даими рәүештә гуманитар ылау оҙатыла.

Байназарҙар ярҙамға ашыға
Байназарҙар ярҙамға ашыға

Даими рәүештә гуманитар ылау оҙатыла. Был изге эштә олоһо ла, кесеһе лә әүҙемлек күрһәтә. Уҡыу­сыларыбыҙ ҙа маҡтауға лайыҡ: һаҡселтәрҙәр үрәләр, окоп шәмдәре эшләйҙәр,һалдаттарға хаттар ҙа яҙалар.
Байназар ауылында ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы Яҡшыбаева ойошторған «Изгелек» ирекмәндәр төркөмө бар. Изгелек эштәрендә, төрлө акцияларҙа улар башлап йөрөй.
– Илебеҙгә ҡурҡыныс янағанда ситтә ҡалып булмай. Махсус хәрби операция иғлан ителгәс, беҙ ауыл мәҙәниәт йорто ҡарамағында ирекмәндәр төркөмөн ойоштороп ебәр­ҙек. Әлеге көндә Байназар ауыл хакимиәте башлығы Нуриман Нуретдин улы Әминев менән килешеү төҙөп, уларҙың бер йылы бүлмәһен ҡулайлаштырып алдыҡ. Шунда йыйылып, бергәләп кәңәшләшеп, алдағы көндәргә пландар ҡорабыҙ. Һәр төрлө саралар үткәреп торабыҙ, һаҡселтәрҙәр үрәбеҙ.
Беҙҙә халыҡ ныҡ әүҙем. Әле лә яугирҙарыбыҙға күмәкләп әйберҙәр йыябыҙ. Кемдер аҡсалата үҙ өлөшөн индерә. Ауылыбыҙ чатына белдереү яҙып ҡуйһам, шунда уҡ Өфөлә йәшәгән яҡташтарыбыҙ Рәйлә Әхмәт ҡыҙы Шагаева, Зифа Ризаитдин ҡыҙы Иҫәнғолова, Бөрйән килене, Таһир Хәйрулла улы Сәғитовтың тормош иптәше Гөлнур Сәғитова ла ярҙамға аҡса күсерә һала.
Был эшебеҙ туҡталғаны юҡ. Иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ көн дә килеп етә. Бергәләп тырышабыҙ, барыһын да ойошторабыҙ. Төрлө акциялар үтеп кенә тора.
Аҡса йыя башлаһаҡ, юл ремонт-төҙөлөш идаралығында эшләүсе ауылдашыбыҙ Айрат Роберт улы Баязитов, мәғариф ветераны Фәнүзә Фәхрәзе ҡыҙы Ҡарағолова, Сәлимә Тимер ҡыҙы Исламғолова, Бүләкбикә Зәкир ҡыҙы Мөхәмәтйәнова, Гөлкәй Ғәлимйән ҡыҙы Мәҡсүтова һәм дин юлында булған ҡәрҙәштәребеҙ өлгө күрһәтә. Шулай уҡ ойошмабыҙҙың тынғыһыҙ ветерандары Зөләйха Сәхи ҡыҙы Иманғолованы, Әнисә Зәйнәғәбдин ҡыҙы Салауатованы һәм Гәүһәр Ҡарағолованы маҡтағы килә.
Бына шулай изгелек эшендә һынатмайбыҙ. Беҙҙең ирекмәндәр төркөмө тиҙерәк еңеү килһен өсөн көсөн йәлләмәй тырыша, әүҙемлек күрһәтә, – ти «Милләт әсәһе» миҙалына лайыҡ булған Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы.



Сәйҙә СӘЙӘХОВА.
Бөрйән районы.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас