Иленә ҡурҡыныс янаған ваҡытта башҡорттар бер ҡасан да ситтә тороп ҡалмаған. Борон-борондан батыр, сая яугир булғандар. Тыуған илен һөйөүе, уны ҡыйыу яҡлауы менән дан ҡаҙанғандар. Тарихта, халыҡ сығарған легендаларҙа һәм йырҙарҙа Аҡай, Алдар, Күсем, Кинйә, Шәғәле Шаҡман, Ҡараһаҡал, Батырша, Салауат кеүек бик күп батырҙарҙың исеме ҡалған.
Илде яҡлау – изге бурыс. Тыуған ереңде дошмандарҙан ҡурсалау, уның именлеген һаҡлау изге йола һанала. Кеше ниндәй генә осорҙа йәшәмәһен, тыуған ерен яҡлау өсөн улдарын батыр, һуғышсан, көслө рухлы итеп тәрбиәләргә тырышҡан.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары араһында минең олатайым Хәлфетдин Сәйфетдин улы Килдейәров та бар. Ул Салауат батыр эскән һыуҙы эсеп үҫкән, ул йөрөгән һуҡмаҡтарҙан йөрөгән. 1943 йылда ун һигеҙ йәше тулыу менән ҡулына ҡорал алып, Тыуған илен һаҡлаусылар сафына баҫа. Хәрби әҙерлек үткәндән һуң 110-сы танкыға ҡаршы бригаданың автоматсылар отделениеһы командиры итеп тәғәйенләнә. Йәш егет үҙ-үҙен аямай батырҙарса Тыуған илен дошмандан һаҡлай. 1944 йылдың апрелендә барған һуғыштарҙың береһендә ҡаты яралана. Август айына тиклем госпиталдә ятҡандан һуң запасҡа ебәрелә.
Ул Әлкәһенә ҡайтып төшә. Ауылда ҡарт-ҡоро, бала-саға һәм ҡатын-ҡыҙҙар ғына колхоз эшенә йәлеп ителгән була. Йәш егет, ауыр яраланған булыуына ҡарамаҫтан, бер көн дә өйҙә ятмай. Колхозда бригадир йөгөн тарта башлай. Аҙаҡтан иҫәпсе, ферма мөдире вазифаларын башҡара.
Өләсәйем менән биш балаға ғүмер бүләк итәләр. Һуғышта алған ҡаты яра үҙен белдереп кенә тора. 1979 йылда 54 йәшендә генә вафат була. Уны һәр ваҡытта ла балалары (минең Рида өләсәйем – уның ҡыҙы) яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала.
Әлеге көндә лә беҙҙең олатайҙар ҡаны ҡойолған ерҙә нацизмға ҡаршы алыш бара. Олатайымдың ейәне – Рамаҙан ағайым – ил һаҡсылары рәтендә. Луганск Халыҡ Республикаһында Алмаз Сафин исемендәге өсөнсө миномётсылар батальонында хеҙмәт итә. Батыр, бәһлеүәндәй көслө, ғәҙел һәм тыныс холоҡло ул минең ағайым. Бер ваҡытта ла бер кемде ҡыйырһытмаҫ һәм рәнйетмәҫ, яҡындары, дуҫтары бәләгә тарыған саҡта тәүгеләрҙән булып ярҙамға барып етер ысын ир-егет бит үҙе.
Был һуғыштар тамамланып, илебеҙҙә, еребеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, ир-егеттәр яҡындары янына һау-сәләмәт ҡайтһындар ине.
Ынйы ИШМӨХӘМӘТОВА, XI синыф уҡыусыһы.
Салауат районы, Франс Мөжәүиров исемендәге Әлкә мәктәбе.