Батыр егет иҫтәлегенә арнап

Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ ауылында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Данис Мәхийәнов иҫтәлегенә марттың урталарында саңғы ярышы уҙҙы.

Батыр егет иҫтәлегенә арнапБатыр егет иҫтәлегенә арнап
Батыр егет иҫтәлегенә арнап

Ул төрлө йәштәге спортсыларҙы берләштерҙе: йәш саңғысыларҙан алып тәжрибәле ҡышҡы спорт төрөн һөйөүселәргә тиклем. Был ярыш көс һәм сыҙамлылыҡ һынауы ғына түгел, ә герой­ҙың батырлығына хөрмәт күрһәтеүҙең мөһим билдәһе лә булды. Әйткәндәй, уның ойоштороусыһы, бағыу­сыһы – Рәлис Мөҙәрис улы Мәхийәнов. Иң-иңдәрҙе иҫтәлекле бүләктәр көтә ине.
Рәлис Мөҙәрис улы әйтеүенсә, әлеге көндә төп маҡсат – Рәсәй хәрбиҙәренә ярҙам күрһәтеү һәм махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙың яҡты иҫтәлеген һаҡлау, шулай уҡ йәштәрҙә Ватанға ҡарата яуаплылыҡ һәм илһөйәрлек той­ғоһо тәрбиәләү.
Фиништан һуң ярышта ҡатнашыу­сылар Боғҙан ауыл советы биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан ирекмәндәр әҙерләнгән ҡайнар сәй һәм тәмле ҡоймаҡ менән һыйланды. Батырҙың әсәһе Гөлфирә Низаметдин ҡыҙы ойоштороу­сыларға улының иҫтәлегенә ярыш үткәреп, иғтибар бүлгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. «Тиҙерәк һуғыш тамамланып, ир-егеттәребеҙҙең Тыуған яҡтарыбыҙға иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем», – тип һүҙен тамамланы ул.



Зөһрә СӘЛИМЙӘНОВА.

Батыр егет иҫтәлегенә арнап
Батыр егет иҫтәлегенә арнап
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас