Был юлы ла улар окоп шәме өсөн тимер банка йыйған. Бигерәк тә был изге эштә Искәндәр Кашапов әүҙемлек күрһәткән. Ул бик күп тимер банка йыйған. Шулай итеп, уҡыусылар хеҙмәт дәресендә окоп шәмдәрен тиҙгенә эшләп тә ҡуйҙы. Эсенә парафинды иретеп ҡойорға ғына ҡалған. Бындай изгелекте өсөнсөләр йыш башҡара ул. Синыф етәкселәре Нәзифә Хәлил ҡыҙы Мырҙағәлина ла үҙҙәрен маҡтап бөтә алмай.
Афарин, өсөнсөләр!