"Башҡорт" позывнойлы яугир – кем ул?

Һүҙ конкрет яугир хаҡында ғына бармай. Махсус хәрби операция биләмәһендә үҙҙәренә исемде “Башҡорт” тип алған һуғышсылар күп. Хатта милләттәре башҡорт булмаһа ла.

"Башҡорт" позывнойлы яугир – кем ул?"Башҡорт" позывнойлы яугир – кем ул?
"Башҡорт" позывнойлы яугир – кем ул?

Беҙҙең республика ир-егеттәре, Ватаныбыҙҙы һаҡлаусылар – ысын ҡыйыулыҡ өлгөһө. Һәр кем "Башҡорт" була алмай. Был позывной ғорур яңғырай!

Журналист Лариса Абдуллинаның яңы китабы “Позывной “Башкир” тип атала һәм унда һүҙ тап беҙҙең ир-егеттәр хаҡында бара. Уларҙың һәр береһе, үҙен герой тип атамайынса, лайыҡлы эштәр башҡара. Баҫма интервьюлар һәм осрашыуҙар, яугирҙарҙың фронт хәтирәләренә нигеҙләнгән.

30 март Өфөлә яңы китаптың презентацияһы үтте. Яугир әсәләре лә саҡырылғайны. Лариса Хашим ҡыҙы үҙ сығышы ваҡытында күҙ йәштәрен дә тыя алманы – ҡайһы бер яугирҙар менән уға интервью эшләргә генә түгел, ә уларҙы ерләргә лә тура килгән шул...

Китаптың исем туйында Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары Агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, БР Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, БР Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң генераль директоры Злфиә Рәхмәтуллина һәм башҡалар ҡатнашты.

Баҫма Мәскәүҙә донъя күргән. Йыйынтыҡты Өфөләге "Китап"магазинында һатып алырға мөмкин.

 

Автор фотолары.

"Башҡорт" позывнойлы яугир – кем ул?
"Башҡорт" позывнойлы яугир – кем ул?
"Башҡорт" позывнойлы яугир – кем ул?
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас