

— Ойошмабыҙҙағы әүҙем ирекмән ҡыҙҙарына ҙур рәхмәтемде еткерәм. Һеҙ — минең терәгем, ныҡлы таянысым. Һәр берегеҙ күңел йылылығын һалып, йөрәк аша башҡарған изге эштәрегеҙ, ярҙамығыҙ өсөн оло ихтирамымды белдерәм. Һеҙҙең кеүек «фәрештәләр» булғанда, донъяла бер ҡасан да мәрхәмәтлелек һәм изгелек бөтмәҫ!
Һеҙ – яуҙағы ир-егеттәребеҙгә өмөт, ышаныс һәм көс өҫтәйһегеҙ. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индереүегеҙ менән ғорурланам. Һәр берегеҙгә һаулыҡ, бәхет һәм күңел тыныслығы теләйем.
«Һаҡлаусы фәрештә» ойошмаһы — беҙҙең ныҡлы берҙәмлелек, ысын дуҫлыҡ, оло миһырбанлыҡ һәм Тыуған илебеҙҙе яратыу тойғоһо менән янған, әүҙем ирекмәндәр төркөмө ул. Беҙ бергә! — ти ойошманың етәксеһе Гөлназ Булат ҡыҙы Хафизова.