Атайыма хат

МХО-ға киттең, атай,

Атайыма хатАтайыма хат
Атайыма хат

Ә мин өй көтөп ҡалдым.
Уйнап та туя алманым...
Балалығымды алдың.
Юҡ, юҡ, һин алманың, атай,
Һуғыш ҡорбаны - мин дә.
Күтәрмәҫтәй йөк һалынды
Минең дә сибек иңгә.
Һинең эштәр миңә ҡалды:
Көсәнәм, ҡыбырлатам,
Туғандарымды ҡарайым,
Әсәйемде йыуатам...
Эш күп, тауыҡ сүпләһә лә,
Һис тә бөткәндәй түгел.
- Ауыр! - тиеп, зарланмайым,
Һиңә лә еңел түгел...
Барыһын да яҙып булмай:
Әсәйҙең күҙ йәштәрен,
Нисек һине таптырғанын
Өйҙә бәләкәстәрҙең...
Беҙ ҙә, күрше малай менән,
Ҡай саҡта һуғышабыҙ,
Ә аҙаҡтан, ярашабыҙ ҙа,
Кире өйгә ҡайтабыҙ.
Һеҙ бик оҙаҡ һуғышаһыҙ,
Тиҙерәк туҡтатығыҙ!
Беҙ һеҙҙе бик ныҡ һағындыҡ,
Етер инде, ҡайтығыҙ!
Ошо ерҙә, атай, һиңә
Хатымды тамам итәм.
Имен-һау ғына ҡайта күр,
Атай, мин һине көтәм!


Сибай ҡашҡа.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас