+4 °С
Облачно
VKOKМакс

Һалдаттарға бергәләп хат яҙҙыҡ

Беҙҙең VIII «Б» синыфы уҡыу­сылары бөтә сараларҙа ла әүҙемлек күрһәтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һалдаттарға бергәләп хат яҙҙыҡҺалдаттарға бергәләп хат яҙҙыҡ
Һалдаттарға бергәләп хат яҙҙыҡ

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам ойоштороуҙан да, атайҙар һәм әсәйҙәр көнөнә арналған конкурстарҙан да, ауыр яҙмыш ҡосағында ҡалған балаларға мәрхәмәтлек акцияһынан да ситтә тороп ҡалмайбыҙ. Синыфыбыҙҙа төрлө фәндәр буйынса район һәм Юрий Гагарин кубогына үткәрелгән республика олимпиадаларында еңеүсе һәм призёр булыусылар ҙа бар.
Күптән түгел лицейыбыҙҙа матур осрашыу уҙҙы. Унда яҡташыбыҙ, «Йәншишмә» гәзитенең хаттар бүлеге мөдире Зөһрә апай Хәкимова менән бергәләп махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға хат яҙҙыҡ. Беҙҙең өсөн иҫтәлекле көн булды. Улай ғына түгел әле, үҙе бер тарихи мәл ине. Зөһрә апай алып барған «Өскөл хаттар» акцияһында ҡатнашыуыбыҙ һәр беребеҙҙә ғорурлыҡ тойғолары уятты. Барыбыҙ ҙа тырышып яугир ағайҙарға изге теләктәребеҙҙе аҡ ҡағыҙға теҙҙек.

 

Рәзилә МӨХИТОВА.

Баймаҡтағы 4-се лицей.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас