

Сараға йыйылған төрлө өлкәлә эшләгән әүҙем ирекмәндәр фекер алышыу, тәжрибә менән уртаҡлашыу маҡсатында йыйылғайны.
— Барығыҙҙы ла ихлас күңелдән сәләмләйбеҙ. Фронтҡа, яугирҙарыбыҙға ярҙам иткәнегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, — тип сараны «Юлдаш» радиоһы продюсеры, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Илнур Рамаҙанов асып ебәрҙе.
«Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Журналист-ирекмәндәр» төркөмө барлыҡҡа килгәйне. Унда кемдәр эшләй, тиһегеҙме? Улар — әлеге сараны ойоштороусы, «Юлдаш» радиоһының әүҙем, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәткән, тылда фиҙаҡәр хеҙмәт итеүсе журналистар Зөһрә Арсаева (тормош иптәше «Журналист» позывнойлы Рафиҡ Әхмәтшин), Лилиә Фазулова (тормош иптәше Донецк Халыҡ Республикаһында хеҙмәт итеүсе), Сәриә Рамаҙанова (бер туған ҡустыһы Рәсүл Ишдәүләтов батырҙарса яуҙа һәләк булып, Владимир Путиндың указы буйынса, үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ орденына күрһәтелгән), Динара Сафина (кейәүе Динар Билалов яуҙа һәләк булып, батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн Рәсәй дәүләт наградаларына тәҡдим ителгән), Гөлшат Имелбаева (туғандары махсус хәрби операцияла батырҙарса дошмандар менән көрәшә, араларында һәләк булғандары ла бар) һәм Әнисә Муллағолова (ғәзиз улы махсус хәрби операцияла ҡатнаша).
Әле махсус хәрби операция башланғандан алып бер туҡтауһыҙ яугирҙарға ярҙам иткән журналист-ирекмәндәр йөрәк, намыҫ, выждан ҡушыуы буйынса башҡарылған изге эштәрен тағы ла әүҙемерәк дауам итер өсөн кәңәшләшергә йыйылдылар ҙа инде. Эйе, Тыуған илебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡ һәр беребеҙҙең ҡанында, тип башҡара бит улар.
Сарала һәр ирекмән үҙенең башҡарған изге эштәре хаҡында һөйләп, күҙгә-күҙ ҡарашып бар һорауҙарына тулы яуаптар алды.
Өфөләге "Башҡортостан өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ" республика ирекмәндәр үҙәгенән һалдаттарға бик күп әйберҙәр тегеп, уларға иң кәрәк-яраҡтар хәстәрләүсе Мәрфүғә Аралбаева менән Илвера Медведева яугирҙар өсөн тегеү менән генә сикләнмәй, ә "СВО и строчки... строки... люди..." ирекмәндәр альманахтарын баҫтырып сығарыусы, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Гөлназ Ҡотоева, йырсы-композитор Флера Шәрипова, Луганск Халыҡ Республикаһының Ҡыҙыл Лиман йүнәлеше буйынса яуҙағы «Певец» позывнойлы офицерҙың тормош юлдашы Ирина Фәрхетдинова, Башҡортостандың халыҡ шағиры, яңы баҫылып сыҡҡан «Позывной «башкир» китап авторы Лариса Абдуллина, яугирҙарға төрлө ҡоролмалар эшләп 3Д принтерҙа баҫтырыусы, мотоцикл һәм автомобилдәрҙе ҡулайлаштырыусы Шишмә районынан Ринат Рәхимов һәм шулай уҡ Шишмә районынан ирле-ҡатынлы Ҡотловтар үҙҙәренең башҡарған изге эштәре хаҡында тәфсирләп һөйләп, тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Сараға йыйылған оло йөрәкле ирекмәндәр артабан да бергә булып, һалдаттарға ярҙам итеүҙе тағы ла әүҙемләштерергә һәм «Берҙәмлектә — көс!» тип таралышты.
Әйткәндәй, «Юлдаш» радиоһы журналист-ирекмәндәре тағы ла бер изгелек башҡарып ҡуйҙы. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 10 яугирҙың балаларына 1-әр дана «Йәншишмә» гәзит-бүләк эшләне.
Һеҙгә ҙур рәхмәт, «Юлдаш» радиоһы журналист-ирекмәндәре, изгелелегеҙ үҙегеҙгә меңләтә ҡайтһын!
Зөһрә ХӘКИМОВА,
«Йәншишмә» гәзитенең хаттар бүлеге мөдире, ирекмән,
«Еңеү ҡайтыр атай менән / Отцы вернутся с победой» китабы авторы,
«Өскөл хаттар» акцияһын ойоштороусы.