

—Бигерәк тә Ҡаратал ауылы халҡын маҡтағым килә. Уларға ҙур рәхмәт, тип яҙа үҙенең «Бәйләнештә» социаль селтәрендә ирекмәндәрҙең етәксеһе Гөлназ Хафизова. — Улар йыйған аҡсаларына шароповерт һатып алып, ирекмәндәр штабына тапшырҙы. Һеҙҙең берҙәм һәм ярҙам итергә әҙер тороуығыҙ һоҡландыра. Барыһы ла Еңеү өсөн!