+17 °С
Ясна
VKOKTelegram

Барыһы ла еңеү өсөн!

«Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт штабында «Юлдаш» радиоһы журналист-ирекмәндәре осрашыу үткәрҙе. Унда төрлө өлкәлә эшләгән әүҙем ирекмәндәр фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында йыйылғайны.

Барыһы ла еңеү өсөн!Барыһы ла еңеү өсөн!
Барыһы ла еңеү өсөн!

– Барығыҙҙы ла ихлас күңелдән сәләмләйбеҙ. Фронтҡа, яугирҙарыбыҙға ярҙам иткәнегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, – тип сараны «Юлдаш» радиоһы продюсеры, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Илнур Рамаҙанов асты.
«Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Журналист-ирекмәндәр» төркөмө әүҙем эшләй. Улар – әлеге сараны ла ойоштороусы, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеп, тылда фиҙакәр хеҙмәт итеүсе журналистар Зөһрә Арсаева, Лилиә Фазулова, Сәриә Рамаҙанова, Динара Сафина, Гөлшат Имелбаева һәм Әнисә Муллағолова. Был журналистар­ҙың һәр береһенә яуҙа барған ваҡиғалар яҡшы таныш. Сөнки уларҙың яҡын кешеләре беҙҙең күгебеҙ аяҙ булһын өсөн дошмандар менән көрәшә. Батырҙарса һәләк булғандарына баш эйәбеҙ. Герой­ҙарыбыҙға мәңгелек дан!
Был осрашыуҙа һәр ирекмән үҙенең башҡарған изге эштәре хаҡында белдереп, артабан да әүҙемлек күрһәтергә теләүен әйтте. Өфөләге «Башҡортостан өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ» республика ирекмәндәр үҙәгенән һалдаттарға бик күп әйберҙәр тегеп, уларға кәрәк-яраҡ хәстәрләүсе Мәрфүғә Аралбаева менән Илвера Медведева һоҡландыр­ҙы. Улар яугирҙар өсөн тегеү менән генә сикләнмәй, ә «СВО и строчки... стежки... люди...» ирекмәндәр альманахын да баҫтырып сығарған.
Луганск Халыҡ Республикаһының Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә алышҡан «Певец» позывнойлы офицерҙың тормош юлдашы Ирина Фәрхетдинованың сығышын тыныс ҡына тыңлап булмай ине. Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры, «Позывной «Башкир» китабының авторы Лариса Абдуллина, «Баш­ҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, шағирә Гөлназ Ҡотоева, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге йорт-музей мөдире, шағирә Зөлфирә Ҡарағужина, яугирҙарға төрлө ҡоролмалар эшләп, 3D-принтерҙа баҫтырыусы, мотоцикл һәм автомобилдәрҙе ҡулайлаштырыусы Шишмә районынан Ринат Рәхимов һәм шул уҡ райондан ирле-ҡатынлы Ҡотловтар үҙҙәренең башҡар­ған изге эштәре хаҡында тәфсирләп һөйләп, тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Үҙем дә гәзиттебеҙҙә алып барылған «Өскөл хаттар» акцияһы тураһында һәм яугирҙар, тылдағы ирекмәндәр хаҡында яҙылған «Еңеү ҡайтыр атай менән/ Отцы вернутся с победой» китабым тураһында һөйләнем.
Әлеге сығыш яһаусылар, бер туҡтау­һыҙ яугирҙарға ярҙам иткән журналист-ирекмәндәр йөрәк, намыҫ, выждан ҡушыуы буйынса башҡара изге эштәрен. Тыуған илебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡ һәр беребеҙҙең ҡанында, тип тырыша улар.
Сараға йыйылған оло йөрәкле ирекмәндәр, артабан да бергә булып, һалдаттарға ярҙам итеүҙе тағы ла әүҙемләштерергә һүҙ ҡуйышып, «Берҙәмлектә – көс!» тип таралышты.
Әйткәндәй, бар яҡтан өлгөр «Юлдаш» радиоһы журналист-ирекмәндәре йәнә бер изгелек башҡарып өлгөрҙө. Улар беҙҙең «Йәншишмә» ойошторған «Изгелек кәштәһе» акцияһына ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 10 яугир­ҙың балаларына 1-әр дана гәзит-бүләк эшләне. Халыҡ әйтмешләй, изгелектең иртәһе-кисе юҡ. Һеҙгә ҙур рәхмәт, «Юлдаш» радиоһы журналист-ирекмәндәре, изгелегегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын!
«Юлдаш»тар изге эштәрен дауам итә. Күптән түгел Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се баш­ҡорт гимназияһында ла Батырлыҡ дәресе үткәрҙеләр.



Зөһрә ХӘКИМОВА, ирекмән-журналист.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас