

Бер көндө улар окоп шәме өсөн тимер банка йыйған. Был изге эштә бигерәк тә Искәндәр Кашапов әүҙемлек күрһәткән. Ул бик күп тимер банка алып килгән мәктәпкә. Аҙаҡ инде уҡыусылар хеҙмәт дәресендә окоп шәмдәре эсенә парафин ҡойоп та ҡуйҙы.
Бындай изгелекте өсөнсөләр йыш башҡара ул. Синыф етәкселәре Нәзифә Хәлил ҡыҙы Мырҙағәлина ла үҙҙәрен маҡтап бөтә алмай.
Ә был юлы өсөнсөләр үҙҙәренең хеҙмәт дәресендә ауылдың ағинәйҙәр клубы рәйесе Фәнүрә Фазулла ҡыҙы Ғәббәсованы ла саҡырҙы. Тағы ла улар яугир ағайҙарға хаттар яҙып һалды.
Афарин, өсөнсөләр!
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Баймаҡ районы.