+20 °С
Ясно
VKOKTelegram

Баймаҡтар яугирҙарға төҙөлөш материалдары оҙатты

   Баймаҡ районы етәкселегенә 27-се гвардия дивизияһы егеттәренән үтенес килә: позицияларҙы төҙөкләндереү өсөн төҙөлөш материалдары кәрәк. Темәс ауылынан «һаҡлаусы Фәрештә» ирекмәндәр штабы шунда уҡ эшкә тотона.

Баймаҡтар яугирҙарға төҙөлөш материалдары  оҙаттыБаймаҡтар яугирҙарға төҙөлөш материалдары  оҙатты
Баймаҡтар яугирҙарға төҙөлөш материалдары оҙатты

Хәрби «Урал» машиналары, «Бузя» позывнойлы яугир оҙатыуында, йөк тейәү өсөн үҙҙәре килә.

Темәс эшҡыуарҙары ярҙамында таҡталар, сөйҙәр, балталар һәм инструменттар йыйыла.

Ауыл халҡы һәм ирекмәндәр яугирҙарҙы йылы ҡаршы алып, улар өсөн ҡайнар аш әҙерләй. Часть командованиеһы ирекмәндәргә «Фронтҡа ярҙам иткән өсөн» миҙалын тапшыра, ә штабҡа яугирҙар дивизия тарихы тураһында иҫтәлекле китап бүләк итә.

Битараф булмаған эшҡыуарҙар — Юнир Әүәлбаев, Мөхтәр Бирғәлин, Айбулат Ғүмәров, Ишбулды Кәримов, Илсур Нәбиуллин, Айҙар Ғәйетҡолов, Ринат Исҡужин, Александр Бородин, Салауат Маскаров, Семен Сергеев, Әнисә Халиҡова һәм Гөлсөм Ҡаҙаҡбаеваға, ирекмән-әүҙемселәр Гөлдәр Айҙапҡолова, Батыр Маскаровҡа район етәкселеге оло рәхмәтен еткерә.

Сығанаҡ һәм фото: «Атайсал» төбәк гәзите 

Баймаҡтар яугирҙарға төҙөлөш материалдары  оҙатты
Баймаҡтар яугирҙарға төҙөлөш материалдары  оҙатты
Баймаҡтар яугирҙарға төҙөлөш материалдары оҙатты
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас