+17 °С
Ясно
VKOKМакс

Игеҙәктәрҙән — яугирҙарға һаҡселтәрҙәр

Был фотолағы Алтынай менән Динислам — Учалы районы Ҡолош ауылында тырышып матур донъя көткән Әҡлимә һәм Рим Рәхмәтуллиндарҙың ғына иң кескәйҙәре түгел, унда йәшәүселәрҙең дә иң бәләкәйҙәре. Улар быйыл Ураҙ аграр лицейының VI синыфына бара.

Игеҙәктәрҙән — яугирҙарға  һаҡселтәрҙәрИгеҙәктәрҙән — яугирҙарға  һаҡселтәрҙәр
Игеҙәктәрҙән — яугирҙарға һаҡселтәрҙәр

Күпселек пенсионерҙарҙан торған ауылда һәр бала күҙ алдында үҫә. Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән Алтынай менән Динислам үҙҙәренең эшһөйәрлеге, ярҙамсыллығы, ололарға ихтирамлы булыуҙары менән күп тиңдәштәренә өлгө булып тора. Бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлаған игеҙәктәр мәктәптә — тырыш уҡыусы, атай-әсәһенә ҙур ярҙамсы булыу менән бер рәттән ауыл тормошоноң әүҙем ҡатнашыусылары ла. Ҡолош мәҙәниәт йортонда йә китапханала ойошторолған бер сара ла уларһыҙ үтмәй.
Ә инде МХО яугирҙарының ғүмерен һаҡлаусы һаҡселтәрҙәр үреүҙә был игеҙәктәргә тиңләшеүсе  юҡ, бармаҡтарына күҙ эйәрмәй. Ҡолош ирекмәндәре бәйләгән 130-ҙан ашыу япманың һәр береһендә Алтынай менән Динисламдың һәм уларҙың әсәһе Әҡлимә Йәғәфәр ҡыҙының ҡул йылыһы, күҙ нуры һалынған.
Илһөйәрлек тойғоһо үҙенән-үҙе генә барлыҡҡа килмәй. Бөтә эште лә балалары менән бергә башҡарырға өйрәнгән Рәхмәтуллиндар батырҙарыбыҙға аҡсалата ла йыш ярҙам күрһәтә. Бөгөнгө көндә икенсе улдары әрме сафында булған атай менән әсәйҙең, Ватанды һаҡлау бурысын үтәгән ике ағаһы менән сикһеҙ ғорурланған Алтынай һәм Динислам: "Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен, Арсен хеҙмәтенән, ә һуғыштағылар яу яланынан иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар",— ти изге теләктәрен белдереп.

 

 Нурия КӘРИМОВА.

Учалы районы,

Ҡолош ауылы.

Игеҙәктәрҙән — яугирҙарға  һаҡселтәрҙәр
Игеҙәктәрҙән — яугирҙарға  һаҡселтәрҙәр
Игеҙәктәрҙән — яугирҙарға һаҡселтәрҙәр
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас