+6 °С
Облачно
VKOKМакс

Мин тиҙҙән еңеп ҡайтырмын

Мин тиҙҙән еңеп ҡайтырмын,

Мин тиҙҙән еңеп ҡайтырмынМин тиҙҙән еңеп ҡайтырмын
Мин тиҙҙән еңеп ҡайтырмын

Алһыу таң атҡан саҡта.
Теҙләнермен үҙ тупһамда
Бер кемде лә уятмам.

Тынлыҡтан ҡолағым шаулар
Ҡурҡырмын аяҙ күктән.
Бирер тыныслыҡ тойғоһон
Мине һағынып көткән.

Үҙем менән ҡуша ҡайтыр
Утлы көндәр ғазабы.
Яуҙашымдың ыңғырашып,
Бәхилләшкән ауазы.

Дошман шайтанын быуырмын,
Фәрештә булып ҡайтмам.
Күкрәк һуҡмам, дан һорамам,
Йәм эҙләрмен тормоштан.

Ҡотом булмаҫ - алып ҡалыр,
Унда осҡан тимер ҡош.
Тамуҡ үтеп ер һаҡларға,
Әмер биргәндер яҙмыш.

Илем алдында бурысым
Үтәлгән булыр мең ҡат.
Минең үткән утлы юлды,
Улым үтмәһен ҡабат.

Алла бирһә, мин ҡайтырмын,
Алһыу таң атҡан саҡта.
Минең ҡайтыуымды һорап,
Рәхмәт доға ҡылғанға.

Роза РӘСЕМБӘТОВА.

Фото һәм сығанаҡ: Роза РӘСЕМБӘТОВАның "Бәйләнештә" социаль селтәренән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас