

Белорет районының һәр ауылында ирекмәнлек төркөмдәре әүҙем эшләп килеүҙәре һоҡландырһа, күңелде борсоғаны ла бар. Ҡайһы бер ауылдарҙа изгелек эше өсөн хатта махсус шарттар ҙа, йыйылыр урын да юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, ирекмәндәр тырышып төрлө урындарҙа йыйылып, яугирҙарға кәрәк-яраҡ әҙерләй, йылы кейемдәр бәйләй, һаҡселтәрҙәре үрә.
Ошо көндәлек, әммә баһалап бөткөһөҙ хеҙмәттәре өсөн слёт барышында ирекмәндәргә «Башҡортостан» полкы, МХО Ветерандары ассоциацияһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Халыҡ фронты» ойошмаһы һәм «Юлдаш» радиоһының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Слёт барышында «Журналист-ирекмәндәр» төркөмөнә сираттағы гуманитар йөк тапшырылды. Был ярҙам «Халыҡ фронты» ойошмаһы аша «Башҡортостан» полкы яугирҙарына оҙатыласаҡ.
— Мәртәбәле йыйында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ҡатнашып, ирекмәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Слётта ҡатнашҡан Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов та район халҡының был тәңгәлдә әүҙем һәм берҙәм эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Сараны ойоштороусыларҙың береһе, Белорет районы Инйәр ауылы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Асия Йосопова ла маҡтауға лайыҡ.
Сараға Ғәбдүк, Манышты, Сәфәрғол, Ноҡат, Уҫманғәле, Инйәр һәм Сосновка ауылдары ирекмәндәре менән бер рәттән ветеран-уҡытыусылар, Инйәр музыка мәктәбе коллективы, мәктәптең «Атайҙар ҡоро» ир-уҙамандары, шайморатовсылар синыфы уҡыусылары йыйылғайны. Шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ирекмән, йырсы Гөлсөм Бикбулатованың моңло сығышы осрашыуға айырым бер рух һәм дәрт өҫтәне.
Сараның икенсе өлөшө уҡыусылар өсөн ойошторолған «Батырлыҡ дәресе» — тарих биттәрен барлауға ҡоролмағайны, ә бөгөнгө геройҙар, Ватан һаҡсылары, Дәүер батырҙары тураһындағы тере һөйләшеү ине. Уҡыусылар МХО Ветерандары ассоциацияһы директоры урынбаҫары, Өфө районы Советы депутаты, ирекмән Рәжәп Арыҫланов менән осрашты. «Рух ныҡлығы – беҙҙең көс!» – тигән теләк балаларҙың күңелендә илһөйәрлек тойғоһон көсәйткәндер, тип ышанабыҙ. Ысынлап та, батырлыҡ — ул яу яланында ғына башҡарылмай. Батырлыҡ – ул Ватаныңа тоғролоҡта, бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙа белеүҙә, Тыуған илеңдең тыныслығын һаҡлауҙалыр!
Һалдаттарыбыҙ алғы һыҙыҡта дошман менән алышҡанда, ирекмәндәр тылда яугирҙарға өҙлөкһөҙ ярҙам итә. Шулай берҙәм булып, көстәр берләшкәндә генә беҙ уртаҡ маҡсатыбыҙға ирешәсәкбеҙ. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! — тип яҙа үҙенең «Бәйләнештә» социаль селтәрҙәрендә «Журналист-ирекмәндәр» төркөмө.
Фото: «Журналист-ирекмәндәр» төркөмө.