+4 °С
Облачно
VKOKМакс

Күмәкләгән — яу ҡайтарған

Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһы һәм район халҡы яугирҙарға ҙур изгелек башҡарҙы. Уны «Һаҡсы фәрештә» төркөмө ирекмәндәре етәкселәре Гөлназ Булат ҡыҙы Хафизова ойошторҙо.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күмәкләгән — яу ҡайтарғанКүмәкләгән — яу ҡайтарған
Күмәкләгән — яу ҡайтарған

 — Алты ай дауамында — марттан башлап ҙур эш алып барылды. Беҙ бар мөмкинлектәрҙе файҙаланып, ярҙам итергә тырыштыҡ. Тупланасаҡ материалдар тураһында алдан, хәстәрләп һөйләшеп, бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе әҙерләүҙе, тейәүҙе һәм килтереүҙе ойошторорға планлаштырҙыҡ. Бына көткән Донецк өлкәһенән өс хәрби техникаһы килеп етте. Хәрби машинаға таҡталар, яугирҙар өсөн махсус йыйылған һәм адреслы посылкалар, төҙөлөш материалдары, төҙөлөш эштәрен башҡарыу өсөн кәрәкле инструменттар, инвертор генераторы, «Дуҫлыҡ» бензопилалары һәм башҡа иң кәрәкле әйберҙәрҙе тейәнек. Айырым рәхмәт һүҙҙәрен ОСП (OSB) плиталары һатып алыуға аҡса йыйыуҙы ойошторған «Башҡорт» позывнойлы яугирҙың әсәһенә еткергем килә. Изге күңелле ирекмәндәрем тәүлек эсендә кәрәкле сумма йыйып тапшырҙы. Һөҙөмтәлә өҫтәмә рәүештә 100 ОСП (OSB) плиталары һатып алдыҡ. Төҙөлөш һәм ағас материалдары менән ярҙам иткән эшҡыуарҙарға һәм бөтә Баймаҡ халҡына ҙур рәхмәт еткерәм.

Әйткәндәй, таҡталар Белорет районынан килтерелгәйне. Шулай уҡ Байым ауылынан шәхси эшҡыуар Ринат Азамат улы ҡырҡыу, материал әҙерләүҙә ярҙам итеүҙе ойошторҙо. Кәрәкле материалдарҙы айырым Бетерә ауылынан Әхйәр Бирғәлин йыйып, тейәп ярҙам итте. Урман менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға рәхмәтебеҙ ҙур, улар бушлай материалдар биреп, уларҙы әҙерләүҙә ярҙам итеп, ҙур баһалап бөткөһөҙ изгелек ҡылды. Белореттан беҙҙең районға бүрәнә һәм материалдар килтереүҙе ойошторған ирекмәндәргә лә һаулыҡ теләйем. Уйлап ҡараһаң, был изгелек эшендә күпме ваҡыт, көс, транспорт табыу һәм уның менән тәьмин итеү, йөк тейәү, яуаплылыҡ тора. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт әйтеп, һаулыҡ теләйем, — ти ул.

Был эште атҡарып сығарыу өсөн, ысынлап та, бик күп көс һәм ваҡыт кәрәк бит. Ошо изгелекте башҡарған ирекмәндәр етәксеһе  Гөлназ Булат ҡыҙы үҙе генә беләлер. Ул техника һәм бөтә гуманитар ярҙам итер өсөн кәрәкле документтар һәм килешеүҙәр менән танышып сыҡҡас, хәрби часть менән элемтәлә була. Әлбиттә, был оло изгелек эше Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы аша тормошҡа ашырыла. Был бик яуаплы эш. Аллаға шөкөр, ошо көндәрҙә ирекмәндәрҙең изгелектәре тәғәйен ерҙәргә имен-аман барып етте. Яуҙан техника менән килгән ир-уҙамандарын райондың ирекмәндәре уларҙы йылылыҡ һәм хәстәрлек менән уратып алырға тырышты: йылы аштар менән һыйлап, үҙҙәре теккән йылы толстовка бүләк итә. Шулай өс көн йыйылған кәрәкле әйберҙәр техникаға тейәлә һәм оҙон юлға ҡуҙғала.

Был гуманитар ылауҙы туплау артында «Һаҡсы фәрештә» төркөмө ирекмәндәренең баһалап бөткөһөҙ изгелектәре һәм ҙур хеҙмәте ята ла инде. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тиҙәр бит. Барығыҙға ла ҙур-ҙур рәхмәт, ирекмән баймаҡтар! Барыбыҙҙың иң теләгән теләгебеҙ: тиҙерәк илебеҙгә тыныслыҡ килһен!

Күмәкләгән — яу ҡайтарған
Күмәкләгән — яу ҡайтарған
Күмәкләгән — яу ҡайтарған
Күмәкләгән — яу ҡайтарған
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас