+4 °С
Облачно
VKOKМакс

Дүрт туған - дүрт таған

– Апалары киске электричка менән ҡайтып килә, Динислам менән Нурислам ҡаршы алыр­ға китте. Ислам менән беҙ тәмлекәстәр әҙерләп көтөп ултырабыҙ. Хәҙер ни, ҡараңғы тиҙ генә төшә лә ҡуя, апалары ҡурҡмаһын, иптәш булырбыҙ, тип уйлағандарҙыр инде. Ара йыраҡ ҡы­на, әллә күпме атлар­ға. Оҙаҡламай ҡайтып етер­ҙәр инде, – тип ҡаршы алды Айгөл Фират ҡыҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дүрт туған - дүрт тағанДүрт туған - дүрт таған
Дүрт туған - дүрт таған

Мөхәрләмовтарҙың ҙур ғаиләһендә дүрт бала үҫә. Ҡыҙҙары Айзилә быйыл туғыҙынсыны яҡшы билдәләргә генә тамамлап, медицина колледжына уҡырға ингән. Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, бер саранан да ситтә ҡалмаған, йырға, бейеүгә маһир, олимпиадаларҙа, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар алып торған һәләтле ҡыҙҙы уҡы­тыу­сылары әле лә маҡтап ҡына телгә ала. Ҡул эштәренә лә бик оҫта икән Айзилә. Төрлө ептәрҙән бәйләгән әйберҙәре күҙҙең яуын алырлыҡ.
Ул арала туғандары менән Айзилә үҙе лә ҡайтып инде. Беренсе йыл ғына ситтә уҡығас, яҡындарын һағынғаны күренеп тора. Йылы осрашыуҙан һуң әңгәмәне дауам итәбеҙ.

– Тиҙерәк донъялар тынысланһын инде. Атайыбыҙҙы һағындыҡ, – тип Айзилә һүҙгә ҡушылды. – Уҙған уҡыу йылында мәктәптә махсус хәрби операция һалдаттары өсөн беләҙектәр үрҙек. Шул ваҡытта гел генә: «Бәлки, нәҡ мин бәйләгән беләҙек атайыма эләгер», – тигән уй башымдан үтә торғайны, – тип ҡыҙ моңһоу ҡарашын атаһының фотоһына төбәне.
Алмаз Ғаяз улы Мөхәрләмов махсус хәрби операцияға 2024 йылдың йәйендә тимер юлында эшләп йөрөгән еренән үҙ теләге менән китә. Илебеҙгә шундай ҡурҡыныс янағанда ситтә ҡала алмағандыр инде. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн миҙалдар һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
Атаһы яуға киткәндә бер йәшлек кенә булып ҡалған, хәҙер өс йәшен тултырған Ислам тәтелдеге сығып йүгереп йөрөй. Апаһы, ағайҙары бигерәк ярата үҙен. Бер-береһе өсөн өҙөлөп торған, матур тәрбиәле балалар үҫкәне күренеп тора был ғаиләлә. Әсәләренең оло ярҙамсылары. Һигеҙенселә уҡып йөрөгән Динислам утын әҙерләшә, һыуына ла бара. Йәй көнө олатаһына бесән әҙерләргә ярҙамлашҡан. Нурислам да ағаһынан ҡалышмай. Мәктәптә тырышып белем алалар, әүҙемдәр. Матур йырлайҙар, концерттарҙа ҡатнашалар.
Бер-береһенә, ағай-апай, туғаным, тип кенә өндәшкән был өлгөлө ғаилә менән осрашыу, алсаҡ, аҡыллы балалар менән аралашыу яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Белорет районы, Йөйәк ауылы.

Дүрт туған - дүрт таған
Дүрт туған - дүрт таған
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас