+4 °С
Облачно
VKOKМакс

Ҡурҡыу белмәҫ «Малыха»

Дәүләкән районынан «Малыха» ҡушаматлы яугир ҡыҙ дүртенсе тапҡыр тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Был хаҡта  «Асылыкүл-Балҡантау» гәзите бына нимәләр яҙа:"Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, ир-егеттәр менән бер рәттән ил мәнфәғәттәрен яҡлап, фиҙаҡәр хеҙмәт алып бара беҙҙең  «Малыха».

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡурҡыу белмәҫ  «Малыха»Ҡурҡыу белмәҫ  «Малыха»
Ҡурҡыу белмәҫ «Малыха»

"Был ҡарар, махсус хәрби операцияға китеү өсөн, бик еңел бирелмәне, — ти ул. — Әммә мин ысын күңелдән яугирҙарыбыҙға һәм Ватаныбыҙға ярҙам итергә теләнем".

Әлеге ваҡытта «Малыха» медицина ротаһында хеҙмәт итә, унда ут эсенән яралыларҙы эвакуациялау менән шөғөлләнә. Уның ҡаһарманлығы юғары баһаланды — яҡташыбыҙ күкрәген «Курск өлкәһен азат иткән өсөн», II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» һәм «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалдары биҙәй.

Ҡыйыу яҡташыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡ, рухи ныҡлыҡ, көс-ҡеүәт һәм тыуған яҡтарына имен-һау еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ.

Фото: «Асылыкүл-Балҡантау» гәзите.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас