+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Әкиәттәр
27 Февраль 2022, 11:05

Ни өсөн Айыу ҡыш көнө йоҡлай?

Әкиәт

Боро-борон заманда йәшәгән, ти, бик уңған Айыу. Ул шул тиклем күп эшләгән, хатта ҡайһы бер ҙә төнөн дә йоҡларға онот­ҡан.Гел шәп атлап йөрөгән, барыһына ла ярҙам иткән, бөтә ерҙә лә өлгөргән, ти, үҙе. Шулай эш тип көйөп йөрөп, ул бер аҙна йоҡламаған икән.
Бер ваҡыт, ҡыш етер алдынан, булған был хәл. Айыу өң табып, йоҡларға ятҡан, ти. Шул тиклем иҙрәп, хатта яҙ еткәнсе тормаған да ҡуйған икән. Йоҡоһо туйып, рәхәтләнеп ял итеп, хәл алып уянған. Шунан башлап Айыу һәр ҡыш йоҡларға ятып, яҙын уяна башлаған, ти.

Булат ЛАТИПОВ, IV синыф уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы, 18-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: