+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Әкиәттәр
2 Март 2022, 11:10

Эт менән Бесәй

Әкиәт

 

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Эт менән Бесәй. Улар шул тиклем бер-береһе менән татыу булған. Хатта Бесәй гел Эттең ояһында йоҡлап йөрөгән. Хужаларының өйөнә кереп тә ҡарамаған. Эттең эше ҡап­ҡа төбөн һаҡлау булһа, Бесәйҙеке сысҡан аулау икән, ти. Бер ваҡыт нисектер мыраубикә өйҙә йоҡларға ҡалған. «Әһ-һә, өйҙә йылы, иркен икән», – тип уйлаған. Ике көн дивандан тормай ятҡан, уға был ныҡ оҡшап киткән, ти. Тышта ҡалған Эттең түҙемлеге бөткән, күҙе ҡыҙған, сөнки уға тышта бер үҙенә йоҡлауы күңелһеҙ булған.

Эт:
– Бесәй дуҫ, һин нимә, өйҙөң йылылығын тойоп алдыңмы әллә? – тип һорай икән.
– Эйе, дуҫым, әлбиттә. Өйҙә диванда йылыла йоҡлауы кемгә генә оҡшамаҫ икән? Әгәр хәлеңдән килһә, һине лә өйҙә ҡундырырҙар ине, тик ғәфү ит, һин – беҙҙең һаҡсы, – тип яуап биргән дә Бесәй, Этте үсектергәндәй, бор­ғаланып инеп тә киткән, ти.
Эттең, әлбиттә, кәйефе төшкән, асыуы ла килгән, тик нимә эшләһен, урыны шунда булғас. Шул көндән башлап улар араһында дуҫлыҡ киткән дә инде. Хәҙер Бесәй менән Эт күрешһә, асыуҙарынан гел ҡабарынышып китәләр, ти.

Рушан ӘСХӘҘУЛЛИН, III синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 18-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: