+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Әкиәттәр
4 Март 2022, 11:20

Ни булған был донъяға?

Заманса әкиәт

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, тырыш, уңған бал ҡорттары. Йәй­ҙең эҫе, ҡояшлы көндәрендә йүкә ағасынан, ҡарабойҙай, көнбағыш һәм башҡа төрлө күҙ яуын алырҙай сәскәләргә ҡунып, бар донъяларын онотоп, бал йыя улар. Беләләр, әлбиттә, йәйҙең һәр көнө ҡышты туй­ҙырғанын. Шулай эшләп йөрөгәндә тирә-яҡҡа күҙ һалһалар, бер кем юҡ, бер ни күренмәй икән. Аптыраш? Ни булған был донъяға?!

Бал ҡорттары, күстәнәскә бал алып, тәмлетамаҡ урман хужаһы Айыуға юл тота. Барып етеп, ишек шаҡыйҙар, тик асыусы юҡ. Тәҙрәнән генә Айыу ҡулдары менән ниҙер күрһәтә, хушығыҙ, тигән кеүек ишара яһай, үҙе битлек кейгән. Бал ҡорттары бер ни аңламайса, тамам аптырап, күр­шелә­ре Төлкөгә инеп сығырға була. Ә уның ҡапҡаһы бөтөнләй бикле икән. Тегеләй-былай һуҡҡыланып йөрөй торғас, баштарына бер уй килә. Был хәлде белһә, урман докторы белер, тип уның янына баралар.
– Был ни хәл? Ни булған? Кемгә барһаҡ та ишек-ҡапҡа бикле, һүҙ әйткән, һөйләшкән йәнлек юҡ, барыһы ла битлектә? Ниңә улай икән? – тип һорағандар Тумыртҡа ағайҙан.
– Беләм, быға бары тик «тажлы вирус» ғәйепле. Урман йәнлектәре үҙ-ара ҡурҡмай, татыу-күңелле итеп аралашып йәшәһен өсөн бер генә юл бар – ул да булһа, барыһына ла мотлаҡ прививка эшләтеү. Әлдә килдегеҙ әле, бер үҙем өлгөрә алмайым, ярҙам итерһегеҙ. Бына һеҙгә иртәгәлеккә прививкаға саҡырыу ҡағыҙҙары бирәм, шуларҙы почта йәшниктәренә һалып ҡына сығығыҙ әле. Һәр кем үҙ ваҡыты менән килергә тейешлеге тураһында яҙылған, – тип ҡаршылаған уларҙы урман докторы.
Бал ҡорттары үҙҙәренең был ауырыуға ҡаршы көрәшкә өлөш керетә алыуҙарына шатланып риза була. Ә инде икенсе көнгә бар саҡырыу алған йәнлек, дөрөҫ һығымта яһап, үҙен, туған-тыумасаһын, күрше-күләнен, балаларын уйлап, уларҙы һаҡлау-яҡлау уйы менән прививка яһатырға килә.
Был ваҡытта бал ҡорттары шул ҡәҙәрле урман йәнлектәренә ярҙам ҡулы һуҙа алғандарына ҡыуанып, ситтән генә ҡарап торҙо. Ә бөтәһе лә прививка яһатҡандан һуң, бер ниндәй ҙә «тажлы вирус» ҡурҡынысы янамағанын белеп, урман хужаһы Айыу ағай бар йәнлектәрҙе үҙенә ҡунаҡҡа саҡыр­ҙы, бал ҡорттарына һәм Тумыртҡаға ҙур рәхмәтен белдерҙе.
Мин дә уның янында булдым, баллап сәй эстем, яңы дуҫтар таптым, вакцина эшләттем һәм «тажлы вирус»ты бөтөнләйгә юҡ итергә булыштым.
Әкиәт уҡыусы дуҫтарым, һеҙҙе лә прививка яһатырға саҡырам.


Илсур ИСЛАМҒОЛОВ.
Ауырғазы районы, Талбазы лицейы.

 

Фото:https://yandex.ru/images/search?tex

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: