+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Әкиәттәр
27 Март 2022, 15:50

Айыу менән Әтәс

Әкиәт

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Айыу менән Әтәс. Улар ныҡ дуҫ булған. Бер-береһенә көн аша тиерлек хәл белә йөрөгәндәр. Кәрәк булһа, шунда уҡ ярҙамға ашыҡҡандар.Бер көндө Әтәс дуҫы янына килгән дә аптыраған. Айыуҙың кәйефе юҡ икән.

– Ни өсөн бик күңелһеҙ ултыраһың? Әллә берәй хәл булдымы? – тип һораған ул.
– Бөтәһе лә урманда мине, ялҡау, йоҡосо, бал урлап ашайһың, тиҙәр. Шуға ла ҡыйын. Минең дә һинең һымаҡ ауылда йәшәгем килә. Урмандан ялҡтым, у-у-у, – тип Айыу үкереп илай башлаған.
– Ки-ки-ри-күк, ауылда эш күп! Әйҙә беҙгә киттек. Минең тауыҡтарҙы ҡарарһың, көтөрһөң, хужаларымдан һорап, бал да ашатырмын, – тип йыуатҡан уны Әтәс.
Айыу быға ныҡ ҡыуанған. Ә тауыҡтар? Улар ни Айыуҙы күргәс, ҡурҡҡандар, ҡайҙа етте – шунда ҡасып бөткәндәр, ти. Айыу бағана башына менеп, Әтәс кеүек ҡысҡырайым тиһә: «У-у-у-у-у!» тигән генә ҡалын үкереү тауышы сыҡҡан. Ул ауылда үҙенең бер эшкә лә яраҡлы булмауын аңлаған да:
– Ху-у-уш, дуҫ! У-у-урман ма-ту-у-ур! – тип Әтәс күстәнәс итеп биргән бал батманын тотоп өңөнә ҡайтып киткән.

Эльза ХӘСӘНОВА.
Әбйәлил районы, Рауил мәктәбе.

Фото: https://image.jimcdn.com/app/cms/i

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: