+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Әкиәттәр
26 Июль 2022, 16:35

Өс ҡыҙ һәм Һыуһылыу

Әкиәт

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, береһенән-береһе матурыраҡ өс ҡыҙ – Сәлиә, Сәлимә, Сәминә. Улар көн һайын йылғаға һыуға йөрөгән.
Берҙән-бер көндө, яуыз бер малай уларҙың килеүен ҡарап торған да таш ташлап йонсота башлаған. Сәминә биҙрәһе менән һыу алам тип эйелһә, ҡабаланыуынан көйәнтәһен төшөрөп ебәргән. Апайҙары менән бергәләп эҙ­ләп ҡарағандар, тапмағандар. Инде төн дә еткән. Көйәнтәмде тапмайынса ҡайтмайым, тип ҡыҙ бер үҙе генә тороп ҡал­ған. Аптырағас, тәрәнгәрәк төшөп ҡарамаҡсы булған. Шул саҡ Һыуһылыу күренмәһенме! Үҙенең ҡулында алтын, көмөш һәм ағастан эшләнгән көйәнтәләр, ти.
– Һин кем? Ниңә минең яныма килдең? – тип һорай икән ул ҡыҙҙан.
– Мин үҙемдең көйәнтәмде эҙләйем.
– Ошоларҙың ҡайһыһы һинеке? Үҙеңдекен һайлап ал. Алтынымы, әллә көмөшө­мө?
– Юҡ, минеке ағастан ғына эшләнгән.
– Дөрөҫөн һөйләгәнең һәм яҡшы ҡыҙ булғаның өсөн өсөһөн дә бирәм, – тигән Һыу­һылыу.
Ҡыҙ бик шатланған. Өйгә ҡайтҡас, алтын менән көмөшөн апайҙарына бүләк итеп биргән, ти.

Гүзәл НУРҒӘЛИНА.
Әбйәлил районы, Таштуй ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: