+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Әкиәттәр
29 Июль 2022, 15:25

Баҡсала

Хикәйә

Кисен Гөлнара ни эшләп­тер өйҙә толҡа тапманы. Китап уҡып, һауыт-һаба йыуып, туҙан һөртөп, көндәлеген дә уҡып ҡараны. Юҡ, барыбер күңеленә ниҙер етмәгән ке­үек. Баҡсаларына йүнәлде.
Вәт, тышта рәхәт! Нин­дәй саф һауа, ҡояш та үтә ныҡ ҡыҙҙырмай. Көн кискә ауыш­ҡан мәл. Үләндәр, ағас­тар, гөл-сәскәләр ҙә йоҡларға йыйынған төҫлө. Баҡсаның иң түрендә, киң ботаҡтарын йәйеп, мең йәшәр муйыл ағасы үҫә. Ҡарағат ҡыуаҡтары, бына-бына бешәбеҙ, тип тор­ған емештәрен ҡош-ҡорттан ҡыҙғанған һымаҡ, бер-береһенә һыйыныбыраҡ ултыр­ған. Һырғанаҡ ҡыуаҡтары хужаларын емештәре менән ҡыуандырып, маһая, имеш.
– Эй, нескә күңелле һом­ғолҡайҙарым, арығанһы­ғыҙ­ҙыр инде, күҙегеҙҙе йомһағыҙ ҙа була, – тип шыбырланы ҡыҙ, үҫтергән сәскәләренә ҡарап.
Ә бына түтәлдәрҙә ултыр­ған кишер, шалҡан, кәбеҫтә, һуған нимәнәндер ҡурҡып, боҫоп, шыбырлашып ултыр­ған кеүек. Ә... ҡыҙыҡай аңланы уларҙың ҡай­ғыһын. Юҡ, юҡ, һеҙҙе бер ниндәй ҙә шуҡ малайҙар йолҡҡослап, йәберләй алмаҫ. Бында бит Гөлнара апайығыҙ бар, тип йылмайып ҡуйҙы ул.
Әсәһенең тауыш биреүенә ҡыҙ һиҫкәнеп китте. Йәшелсә-емештәргә эстән генә тыныс йоҡо теләп, өйгә ашыҡты. Күңел болоҡһоғанда тәбиғәт менән аралашыу яҡшы тәьҫир иткәнлеген аңланы Гөлнара. Сөнки уға әле шул тиклем рәхәт, күңеле тыныс ине.

Алһыу ҠАҺАРМАНОВА.
Учалы районы, Наурыҙ мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: