+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Әкиәттәр
2 Август 2022, 14:30

Шифалы һуған

Әкиәт

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, яғымлы, итәғәтле Гөлгөнә исемле инәй. Уның Мәҙинә тигән берҙән-бер ейәнсәре бул­ған. Ҡыҙ уҡыуҙар бөтөү менән ҡаланан ауылға килгән. Өләсәһе уны самауыр ҡайнатып, өҫтәл әҙерләп ҡаршылаған. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәгән.
– Ейәнсәрем минең, – тигән арҡаһы­нан һөйөп. – Бар, сығып күр әле. Баҡса, урман, ялан һәм башҡа ерҙәге үҫемлектәр кешесә һөйләшә башланы.
– Ой, ҡалай һәйбәт! Мин дә улар менән аралаша алам инде, – тип Мәҙинә баҡсаға йүгергән.
– Мәҙинә-гөлкәй килде, – тип ҡаршы алған уны йәшелсә-емештәр. Ҡыҙ уларҙы йыйып, өләсәһе менән бергәләп салат әҙерләгән.
Икенсе көндө Мәҙинә баҡсаға инһә, илаған тауыш ишетеп ҡалған. Барып ҡараһа, Һуған икән.
– Ниңә илайһың, Һуғанҡай? – тип өндәшкән.
Ул тағы ла нығыраҡ һыҡтай башлаған.
– Мине бер кем дә яратмай, исмаһам, ашап та ҡарамай, әсе, тиҙәр
Мәҙинәгә Һуған йәл булып киткән. Уны өйгә алып ингән.
– Һуғанды ҡағыҙға төр ҙә ауырыған Нәзифә әхирәтеңә алып бар, тиҙерәк һауығыр, – тигән өләсәһе.
Әхирәтенең әсәһе Миңһылыу апай Мәҙинәнең һуған алып килеүенә бик һөйөнгән. Тамағы шешеп, ауырып ятҡан ҡыҙына:
– Һуған аша, әхирәтең алып килде, тиҙерәк шәбәйерһең, – тигән.
Мәҙинә лә:
– Аша, бик файҙалы бит ул, – тигәс, ауыҙ итмәйенсә булдыра алмаған.
Ысынлап та, бер нисә көндән, Нәзифә шәбәйеп тә киткән.

Н. ЙӘҒӘФӘРОВА.
Бөрйән районы, Яңы Монасип ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: