+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Әкиәттәр
22 Август 2022, 16:50

Миҙгелбайҙың балалары

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, миҙгелдәр башлығы – Миҙгелбай. Уның дүрт балаһы булған.

Ололары – Көҙбикә һәм Ҡышбай. Көҙбикәнең сираты етһә, ул япраҡтарҙы һарғайтып, уңыш биреп йәшәгән, ти. Ә Ҡышбай үҙ ваҡытында ерҙе ап-аҡ мамыҡтай юрғаны менән ҡаплап, ағастарға аҡ тундар бүләк итеп йөрөгән. Миҙгелбайҙың уртансы ҡыҙы Яҙһылыу килһә, гөрләүектәр аҡҡан, бар тирә-яҡ йәшеллеккә күмелгән. Иң кеселәре – иркә Йәй­һылыу болондарҙа еләктәрҙе тәмле итеп бешереп, төрлө сәскәләрҙе үҫтереп, йылғалағы һыуҙарҙы йылытып, балаларға, ҡоштар­ға, йәнлектәргә шатлыҡ өләшкән, ти.
Яҙҙы ла, йәйҙе лә кешеләр бик яратҡан. Тик был Көҙбикә менән Ҡышбайға бик оҡшап етмәгән. Улар икәүләп Яҙһылыуҙы йәшерергә булған. Ул килмәһә, йәй ҙә етмәйәсәк. Гел ҡыш менән көҙ генә булып торасаҡ, йәнәһе. Иң бейек тауға йәшергәндәр ҙә ҡайтҡас аталарына: «Яҙһылыуҙы йәнлектәр ашаны», – тип алдап, илаш­ҡан булғандар. Быны күреп, ишетеп торған Йәй­һылыу өлкән туғандарының яуызлығын бүтән­дәр­гә еткергән. Ул бөтә йән­лектәрҙе саҡырып алған да Яҙһылыуҙы эҙләргә сы­ғып киткәндәр. Бик оҙон юл үткәндәр, арып-талып, асығып бөткәндәр. Шунан бер бейек тау итәгенә килеп етеп, ял итергә ултыр­ғандар. Бүреләр Яҙ­һылыу­ҙың еҫен һиҙеп ҡал­ған. Тау башына менһәләр, ағас­ҡа бәйле илап тора икән. Апаһын ҡотҡарғанға Йәй­һылыу шатланған, улар өйҙәренә ҡайтҡан.
Яҙһылыу атаһына барыһын да һөйләп биргән. Миҙгелбай бик асыулан­ған. Өлкән улы менән ҡыҙына яза бирергә уйлағас, Яҙһылыу уны туҡтатҡан, ти. Ҡышбай менән Көҙбикә Яҙһылыуҙан ғәфү үтенгән. Шунан башлап татыу йәшәй башлағандар. Ә шулай ҙа Ҡышбай үҙ ваҡытында китергә ашыҡмай, Яҙһылыу менән бәхәсләшеп-бәхәсләшеп алырға күнеккән, ти.

Динә ҒӘЛИНА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: