-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Әкиәттәр
23 Август 2022, 14:30

Ҡыҙылтүш

Әкиәт

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер Турғай. Уның тыңлауһыҙ, ялҡау ҡыҙы булған. Ул пырылдап ҡына осоу­ҙан башҡа эш белмәгән. Бер ваҡыт инәһе урмандан бер кәрзин миләш алып ҡайтҡан да ял итеп алырға бул­ған. Миләштәр ҡып-ҡыҙыл, матур, үҙенә тартып торалар, ти. Бәләкәс Турғай тәмләп ҡарарға булған. Миләш уға бик тәмле, һутлы тойолған. Әсәһе йоҡлаған арала Турғай балаһы уны ашап бөткән дә ҡуйған. Әсәһе уянғас, буш кәрзинде күргән дә бәләкәсенә ишетерлек итеп: «Был миләштәр тылсымлы ине. Кем күп ашай, шул бәләкәсәйә, ә кем әҙләп ашай, шул ҙурая, матурлана», – тигән. Бәләкәс Турғай бик ҡурҡҡан, үҙе оялышынан ҡып-ҡыҙыл булған. Ул әсәһенән ғәфү үтенгән, башҡаса тәртипһеҙләнмәҫкә һүҙ биргән. Шунан һуң миләште ағас­тан үҙе сүпләп ашай башлаған. Ә оялышынан ҡыҙарған түше ғүмергә ҡыҙыл булып тороп ҡал­ған. Шуға миләш ашаған турғайҙарҙы ҡыҙылтүш тип атағандар.

Гөлнәзирә ЮЛМӨХӘМӘТОВА.

Фото: placepic.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: