Борон-борон заманда бик матур ер булған, ти. Был тирәгә әле бер кем дә аяҡ баҫмаған икән. Унда ҡуйы урмандары, йылға-күлдәре, бейек-бейек тауҙары иҫ киткес, ти. Ошо ерҙәргә бал ҡорттары хужа булған.
Ләкин уларҙың етәкселәре булмаған. Берҙән-бер көндө былар үҙҙәренә башлыҡ һайларға уйлаған. «Беҙ генә был ерҙәрҙе һаҡлап, байлыҡтарына хужа булып бөтә алмайбыҙ. Башлыҡ итеп кеше затынан һайларға кәрәк», – тиешкәндәр. Шунан инде уларҙың бер нисәүһе кеше заты эҙләп осоп киткән. Бик күп ерҙәр үтеп тә үҙҙәренең күңеленә оҡшағанын осратмағандар. Бал ҡорттары арып, ял итергә туҡтай. Шул саҡта иҫ киткес илаһи моң ишеткәндәр һәм таң ҡалып тыңлағандар. Үҙҙәре әкрен генә шул көй ағылған яҡҡа осҡан. Ә унда йәш кенә бер сибәр егет, үлән көпшәне ирендәренә терәп ултырған да, сихри бер моң сығара икән. Ҡорттар унан һорашырға булған:
– Үәт, һоҡланғыс! Егет кеше, әйт әле, был илаһи көйҙө, моңдо нисек сығараһың?
– Был – ҡурай, уны ҡурай үләненең көпшәһенән эшләнем, – тип яуап биргән егет.
Бал ҡорттарының күңеленә бик оҡшаған был кеше заты.
– Әйҙә, һин беҙҙең башлығыбыҙ, ерҙәребеҙҙең хужаһы булырһың, – тигәндәр.
Егет уйлаған-уйлаған да риза булған. Ҡайтҡандар былар. Егет был ерҙәрҙең матурлығына таң ҡалған. Шунда бал ҡорттары ҡара күс булып осоп килгәндәр.
– Йә, егет, оҡшанымы һиңә беҙҙең яҡтар? Был – бал ҡорттары ере. Бөгөндән һинең дә илең! – тип белдергән улар.
Шулай итеп, ҡурайсы егет баш ҡорт, йәғни хужа булып киткән.
Ошо көндән башлап Башҡорт тигән матур ил барлыҡҡа килгән.
Самир ЛАТИПОВ, III синыф уҡыусыһы.
Мәләүез ҡалаһы, Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы.