-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Әкиәттәр
4 Ноябрь 2022, 16:40

Хәйләкәр Төлкө

Әкиәт

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер Төлкө. Ул урманда хәйләкәрлеге менән дан алған.

Берҙән-бер көндө көлтә ҡойроҡ урман ҡыҙырып, ҡышҡылыҡҡа емеш-еләк әҙерләүсе Терпене күреп ҡалған. Уның бер ҡулында – һутлы, ҡыҙыл алмалар менән тулы кәрзин, ә икенсеһенә тағы ла емеш-еләк йыйыу өсөн бушын да элеп алған.
Хәйләкәр Төлкө шуны ғына көткәндәй, шым ғына Терпенең артынан күҙәтеп, ниндәйҙер боҙоҡлоҡ эшләргә уйлай.
Терпе ҡыҙарып бешкән еләктәр­ҙе күреү менән алмалы кәрзинен ағас төбөнә ултырта ла ихласлап эшкә тотона. Ә Төлкө уңайлы ваҡытты тура килтереп, алмалы кәрзинде ҡулына эләктереп тә ала. Тап шул мәлдә яҡындан ғына үтеп барыусы Айыу ағай быны абайлап ҡала һәм яҡыныраҡ килеп былай ти:
– Иҫәнме, Төлкө! Һин Терпенең кәрзине менән ни эшләп йөрөй­һөң?
Теге көтөлмәгән осрашыуҙан ба­ҙап ҡалһа ла, үҙен ҡулға алырға тырышып:
– Һаумы, Айыу ағай! Ә мин уға ярҙам итергә генә теләгәйнем. Был кәрзин Терпенеке икәнен ҡайҙан беләһең?
– Белмәй ни, мин бит уны үҙ ҡулдарым менән эшләп, дуҫымдың тыуған көнөнә бүләк иткәйнем.
Айыу Төлкөнөң алдашҡанын шунда уҡ һиҙһә лә, үҙенә быны белдермәй. Шулай ҙа кәрзинде ҙур ҡулдары менән тартып ала ла:
– Әйҙә, шул тиклем хәстәрлекле булғас, кәрзинде Терпенең йортона тиклем алып барып ҡуяйыҡ. Юғиһә, берәйһе эләктереп китеүе лә бар, – ти шаяртып.
Ә Төлкө:
– Ой, Айыу ағай! Минең бит өйҙә икмәгем мейестә ҡалды, оҙаҡлаһам, көйөп китер ул! – тип тиҙерәк тайыу яғын ҡарай.
Изгелекле Айыу ағай Терпенең яҡында ғына йөрөүен һиҙеп, кәрзинде урынына ултырта ла үҙ юлы менән китә. Ә был хәлде уңған Терпе хатта һиҙмәй ҙә ҡалған, ти.

Элина ХӘЙБУЛЛИНА. VII синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Яуымбай мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: