+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Әкиәттәр
1 Ғинуар 2023, 16:45

Етем ҡуян балаһы

Әкиәт

Етем ҡуян балаһы
Етем ҡуян балаһы

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер Ҡуян балаһы. Ата-инәһенең һөйөүенә ҡойоноп ҡына иркәләнеп үҫ­кән ул. Тик был шатлығы оҙаҡҡа бармаған.
Бер көндө яуыз Бүре менән алышта атаһы үлеп киткән. Бәләкәй Ҡуян инәһе менән генә тороп ҡалған. Уларға көн күреүе бик ауыр булған. Бигерәк тә ҡышын аҙыҡ табыуы ҡыйынлашҡан. Хатта көндәр буйы ас ултырған саҡтары ла булған. Инәһе нисек тә булһа аҙыҡ табып, үҙе ашамаһа ла, бәләкәсенең тамағын туйҙырырға тырышҡан.
Шулай осон осҡа ялғап көн күрә тор­ғас, ҡыш уртаһы ла килеп еткән. Ә буран көндө инәһе аҙыҡ табырға тип өңөнән сыҡҡан да шул килеш әйләнеп ҡайтмаған...
Бәләкәй Ҡуян ояһында ҡурҡып, илай-илай, ас килеш йоҡлап киткән. Икенсе көндө, инде асҡа үлдем тигәндә генә, ул үҙҙәренең өйө эргәһендә ниндәйҙер бер тауыш ишеткән. Бәләкәс Ҡуянҡай көс-хәл менән тороп, ишекте асып ҡараһа, унда бер өлкән кеше тора, ти. Ҡурҡышынан дер-дер ҡалтыраһа ла, ул ишекте япмаған, үҙен ишетһен өсөн көс-хәл менән саҡ-саҡ ҡына тауыш сығарған. Ләкин кеше Ҡуянҡайҙы күрмәй, китергә йыйынған. Бәләкәс бөтөн көсөн йыйып, тағы ла ыңғырашып тауыш биргән. Шул саҡта ғына теге әҙәм тауышты ишетеп ҡал­ған һәм ҡарҙы ҡаҙып ҡарарға булған. Ә унда, бәләкәй генә өңөндә, ҡалтыранып, өшөп, ас Ҡуян балаһы ята, ти. Кешенең уны йәлләүҙән хатта күҙ йәштәре килеп сыҡҡан һәм кескәй йәнлекте күкрәгенә ҡыҫып, ауылдағы өйөнә алып ҡайтып киткән.
Шунан бирле был Ҡуян ауыл өйөндә йәшәй башлаған. Йорт ҡуяндары шунан таралып киткән дә инде...

Алтынай ЛОҠМАНОВА,VIII синыф уҡыусыһы.
Учалы районы, Мәҫкәү ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: