Бер иләүҙә ҡырмыҫҡалар йәшәгән, ти. Бик татыу, берҙәм булғандар. Тик улар араһында ла шуҡ балалар осраған.
Шулай бер көндө Ҡырмыҫ менән Йүгерек исемле ҡырмыҫҡа малайҙары берәүгә лә һиҙҙермәй генә урманға сығып киткән, ти. Бара торғас, бер һыныҡ икмәккә тап булғандар.
– Әллә икәүләшеп кенә ашайыҡмы? Күберәк тейер ине, – тигән Ҡырмыҫ. Туғанының был ҡылығы Йүгереккә бөтөнләй оҡшамаған.
– Юҡ инде, улай булмай, туған! Мин тиҙ генә ҡайтып киләм. Ололарҙы саҡырып, икмәкте алып ҡайтайыҡ. Һин ҡарап тор! – тип бойорған да иләүгә табан сапҡан.
Ҡырмыҫ көтә торғас, ныҡ асығыуын тойған. Берәү ҙә һиҙмәҫ әле, тип икмәкте тәмләп ҡарамаҡсы булған. «Би-и-ик тәмле!» – тип эсен һыйпап ҡуйған үҙе. Унан ҡулдары үҙенән-үҙе йәнә икмәккә үрелгән...
Йүгерек артынан ололар килеп еткән. Ә унда Ҡырмыҫ тора, икмәк юҡ, ти. Ни эшләһен, тегеләрҙе күргәс, ҡурҡыуынан урманға ҡарай шылған.
Бара торғас, хәлһеҙләнеп йығылған ҡырмыҫҡа малайы. Үҙенең ҡылығынан бик ныҡ оялған. Ҡараңғы төшкәс, ҡыйыулығын йыйып, ҡайтып ингән был. Ата-әсәһе уны юғалтып, оҙаҡ ҡына эҙләгән икән.
Ҡырмыҫ инде ҙур булып үҫеп еткән, ти. Әммә икмәк менән булған хәлде иҫенән сығармай икән. Үҙе лә ҙур иләү төҙөгән, хәҙер ниндәй генә эшкә тотонһа ла, иң элек дуҫтары менән кәңәш ҡора, ти.
Салауат НОҒОМАНОВ.
Силәбе өлкәһе, Арғаяш районы, Бәжекәй мәктәбе.