Борон-борон заманда бер әбей менән бабай йәшәгән, ти. Уларҙың бесәйҙәре булған. Хужалар уны бик яратҡан. Гел икмәк, һөт, ит менән һыйлайҙар икән үҙен. Әҙер ризыҡты ашап, мейес башында көн буйы йоҡлап ҡына тик ятҡан ул. Бик ялҡауға әйләнгән.
Көн артынан көн үткән. Әбей менән бабайҙың өйөндә сысҡандар күбәйеп киткән. Улар тамаҡ туйҙырыр өсөн хатта өҫтәлгә менеп, икмәк ашап төшөргә лә тартынмаған. Бесәйҙең һис иҫе китмәй, йоҡлап ятыуын белгән.
Бер көндө әбей менән бабайҙың түҙемлеге бөтөп, кем эшләмәй, шул ашамай, тип тегене өйҙән ҡыуып сығарғандар, ти. Бахыр Бесәй урамда яңғыҙы ғына тороп ҡалған. Бер мыяулаған, ике мыяулаған, аҙыҡ килтереүсе табылмаған. Бер нисә тапҡыр әбей менән бабайға барып, өйгә индереүҙәрен ялынып, мыяулап та ҡараған, ләкин ишек асыусы булмаған. Асығып йөрөй торғас, урлашыуҙан да тартынмаған. Үҙе булмағанда урамда йәшәгән Эттең һөтөн эсеп, икмәген ашап киткән. Быны белеп ҡалып, ул Бесәйҙе ҡыуа төшкән. Ауыл эргәһендәге урманға тиклем баҫтырып барған, ти. Бесәй бер ағас башына менеп ҡасып ҡотолған. Ә Эт уның төшкәнен көткән-көткән дә арығас, ауылға кире ҡайтып киткән. Ә Бесәй урманда бер үҙе тороп ҡалған.
Йөрөй торғас, бер Терпене осратҡан был һәм уға үҙ хәлен һөйләп биргән. Тегенеһе үҙен йәлләп, өйөнә алып ҡайтҡан. Бесәйҙең тамағын туйҙырған, йоҡларға һалған. Иртәгеһенә Терпе сысҡан тоторға саҡырған. Ә Бесәй аптырап ҡалған. Терпегә сысҡан тота белмәүен әйткән һәм был һөнәргә өйрәтеүен үтенгән.
Ваҡыт үтә торған. Бесәй менән Терпе ныҡ дуҫлашҡан. Икәүләп сысҡан тотҡандар. Бесәй Терпенән күреп, ялҡаулығын ташлаған. Улар әле лә татыу ғына йәшәп ятыр ине, ләкин Бесәй әбей менән бабайҙы бик һағынған. Был турала дуҫына ла әйткән.
Икәүләп әбей менән бабайға күстәнәскә тип, еләк, бәшмәк, дарыу үләндәре йыйғандар. Терпегә рәхмәт әйтеп, хушлашып, Бесәй ҡайтыр юлға сыҡҡан.
Әбей менән бабай уның күстәнәстәр тотоп ҡайтып инеүенә бик шатланған. Үҙен бик һағынғандар шул. Бесәй әбей менән бабайға сысҡандарын ҡырып бөтөрөргә вәғәҙә биреп, ҡабаттан улар менән йәшәргә ҡалған. Ләкин уға өйҙән һирәк сығырға тура килгән, сөнки урамда Эт йәшәгән. Уны күреп ҡалһа, Бесәй йөндәрен ҡабартып, һуғышырға әҙерләнгән. Тик үҙенең ҡото алынып, кәртә йәки ағас башынамы менеп китеүен һиҙмәй ҙә ҡала, ти.
Бына шунан алып өйҙә – сысҡандар, ә тышта Эт Бесәйҙең дошманына әүерелгән икән.
Гөлзана ЗАҺИТОВА, IV синыф уҡыусыһы.
Ҡыйғы районы, Иҫке Мөхәмәт ауылы.