-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Әкиәттәр
28 Май 2023, 15:25

Кем эшләмәй, шул ашамай...

Әкиәт

Кем эшләмәй, шул ашамай...
Кем эшләмәй, шул ашамай...

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Ҡуян. Ул ялҡау булған, бөтөнләй эш яратмаған, һикергеләп, ваҡытын бушҡа уҙғарып, тик йөрөгән. Асығып китһә, күршеләргә инеп һыйланып ҡайтыр булған.
Шулай бер көндө ул Айыу дуҫына ҡунаҡҡа барған. Тәмле тамаҡ туйғансы һыйланған. Кинәнесенән:
– Бик тәмле булды, рәхмәт, дуҫҡайым, ярҙам кәрәкһә, саҡыр, – тип хушлашып ҡайтып киткән.
Көҙ еткәс, айыу ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеп:
– Ҡуян дуҫ, ярҙамға бара алмаҫһыңмы икән? Быйыл баҡса бик уңған, емеш-еләк йыйырға үҙемдең генә хәлдән килмәй, – тип үтенгән.
– Әй, Айыу дуҫ, ваҡытым юҡ бит әле, – тип яуап биргән ялҡау Ҡуян.
Тайыш табан быға асыуланып, хәтере ҡалып ҡайтып киткән. Әммә уға ярҙам итеүсе табылған. Йылғыр тейендәрҙе саҡырып, күмәкләшеп мул уңыш йыйып алғандар.
Бер ваҡыт Айыу эшен бөтөрөп, бәлеш бешереп, сәй эсергә йөрөй икән. Картуфлы бәлеш еҫе бөтә урманға таралған. Был хатта Ҡуяндың да танауын ҡытыҡлаған.
Ул еҫте эҙләп сығып киткән. Бара торғас, Айыуҙың өңөнә килеп юлыҡҡан.
– Әһә, бына ҡайҙан килә икән тәмле еҫ, – тип ҡыуанған шеш ҡолаҡ. – Хәҙер дуҫым мине лә һыйлаясаҡ, – тип ишек ҡаҡ­ҡан.
Тик был юлы Айыу уны бөтөнләй өйөнә индермәгән. Ә аптыраулы ҡарашына:
– Кем эшләмәй, шул ашамай, – тип кенә яуаплаған.

Арина ЕЛХОВИКОВА, V синыф уҡыусыһы.
Силәбе өлкәһе,
Арғаяш районы, Бәжекәй мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: