-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Бесәй менән Сысҡан ниңә дуҫ түгел?

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер йортта Бесәй менән Сысҡан. Улар шул тиклем дуҫ булған. Бесәй – һөтөн, Cысҡан емен бер-береһенән йәлләмәгән. Хужалары ла һәйбәт кешеләр бул­ған, ти.

Бесәй менән Сысҡан ниңә дуҫ түгел?
Бесәй менән Сысҡан ниңә дуҫ түгел?

Сысҡан үҙе бәләкәй генә, матур ғына икән. Шуға ла хужалар уны нығыраҡ ярат­ҡан, һәр ваҡыт иркәләп кенә торған. Тик ҡыш көнө өйҙә төрлө тәмлекәстәр юғала башлаған. Әбей менән бабай быға ныҡ асыу­ланған. Бөтә бурлыҡта мейес башында йоҡлап ятҡан Бесәйҙе ғәйепләгәндәр. Бындай эш менән булышмаған Мыраубай аптыраған: һөтө һәр ваҡыт бар, асығырға тура килмәй. Кем булыуы мөмкин... Гел әрләнеп йөрөгөһө килмәгән Бесәй төн йоҡоһон ҡалдырып, эштең ниҙә икәнен асыҡларға ҡарар иткән.
Төн ауышҡан, ай ҡалҡҡан. Өй бер аҙ яҡтырғандай бул­ған. Шул саҡ ул Сысҡандың ипләп кенә йөрөй башлағанын шәйләп ҡалған. «Юҡтыр, хужаларҙың аҙығын ул урламайҙыр, моғайын», – тип уйлап та өлгөрмәй, күптәнге дуҫы ипләп кенә баҫып уның эргәһенән үтә лә туп-тура әбейҙең майына сат йәбешә.
– Ах, нимә эшләүең был? Һиңә нимә етмәй, Сысҡан? – ти асыуланған Бесәй. Бурлыҡта тотолған Сысҡан дер ҡалтыранған. Бесәй уны ҡыуа башлай, ә тауышҡа күптән уянған әбей:
– Бына ҡайҙа булған икән бур, ә беҙ Бесәйҙе ғәйепләйбеҙ. Күҙемә күренәһе булма! – тип ҡулына эләккән әйберҙе Сысҡанға ҡарап һелтәп ебәрә. Быны көтмәгән бахырҡай тишеккә ҡасып йәшенә.
Шул көндән башлап Бесәй менән Сысҡандың дуҫлығы мәңгелеккә өҙөлә лә инде. Ә өй хужалары Бесәйҙән ғәфү үтенеп, һаман да бергә донъя көтә, ти.

Динә НУРЛЫҒАЯНОВА, V синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Ҡаратал мәктәбе.

ФОТОgas-kvas.com.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: