-2 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Хикәйәләр
13 Март 2023, 09:25

Таштар ҙа ҡайғыра белә

Мин тыныс ҡына урмандағы соҡор-саҡырлы юлда ята инем. Тирә-яҡта ағастар, йәнлектәр һәм сылтырап ҡына ағып ятҡан шишмә тауышы ишетелә. Һандуғас һайрай, ҡояш ҡыҙҙыра... Их, миңә шул тиклем рәхәт ине!

Таштар ҙа ҡайғыра белә
Таштар ҙа ҡайғыра белә

Ҡапыл 9 – 10 йәшлек малайҙарҙың береһенән-береһе уҙҙырып ҡысҡырышҡан тауыштары яңғыраны.
– Ха-ха! Мин һинән шәберәк йүгерәм, төҙөрәк атам!
Бындай зәһәр ауаздарҙан, шау-шыуҙан ҡурҡып, урмандағы һайрар ҡоштар, иркенләп йөрөгән йәнлектәр ояларына боҫоу яғын ҡараны. Был малайҙар ҡылығынан бөтә матурлыҡ, йәнлелек юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Мин дә тыныс ҡына ятҡан урынымдан ҡайҙа осоп барып төшкәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Шул тиклем ҡыйын булды, ауыртмаған ерем юҡ ине. Үҙ-үҙемде йәлләп, тынысландырып та өлгөрмәнем, тағы ла ҙурыраҡ, ҡатыраҡ ташҡа шундай көс менән килеп бәрелеүемдән күҙҙәремдә осҡондар күренде. Ошо ғазаптан мин хатта сатнаным, өлөштәргә ярғыландым. Әйтерһең, таштар иламай ҙа ауыртыуҙы һиҙмәй...
Ә уйлап ҡараһаң, минең бит бер кемгә лә зыяным да, насарлығым да тейгәне юҡ.
Кешеләр бик ҡыҙыҡтар икән. Тик ултырғандарға, тик ятҡандарға килеп бәйләнергә яраталар шул.

Элина ХӘЙБУЛЛИНА, йәш хәбәрсе.

Бөрйән районы, Яуымбай мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: