Әминә уға Чарли тип исем ҡушты. Был эт балаһын ныҡ яратты ҡыҙ. Буш ваҡыты булыу менән урамға уйнарға алып сыҡты, йылға буйында, эргәләге урманда, тауҙа йөрөттө. Көсөгөнән айырыла алманы ул.
Бер көндө Әминә әсәһе менән фермаға эшкә барҙы. Чарли уларҙы оло юл сатында оҙатып ҡалды. Тик кире әйләнеп ҡайтыуҙарына көсөк өйҙә булмай сыҡты. Ҡыҙ ни эшләргә белмәне. Уны ауыл буйлап эҙләп тә ҡараны, әммә Чарли табылманы. Әллә ҡайҙа булды ла ҡуйҙы?
Икенсе көнө Әминә тағы ла әсәһе менән эшкә китте. Шул саҡта ауылға юлаусылар килеп, уларҙың өйөнә туҡталған. Ҡыуаныслы хәбәр менән килгәндәр. Ярай әле өйҙә донъя көтөп ҡалған ағаһы була. Унан:
– Һеҙҙең көсөк юғалдымы? – тип һорайҙар.
– Эйе, – тип яуаплай ағаһы.
Улар аҙашҡан көсөктө ауыл осонда табып, Магнит ҡалаһына алып китеүҙәрен хәбәр итә. Әминәнең ағаһына юлаусылар телефон номеры яҙылған ҡағыҙ киҫәген ҡалдырып, хушлашып сығып китә.
Ҡыҙҙың шатланғанын күрһәгеҙ! Әминәнең бер ағаһы Магнитта йәшәгәс, уға был хәбәрҙе еткерә һалдылар. Ә ул тиҙ арала көсөктө алып киткән кеше менән бәйләнешкә инеп, оҙаҡламай Чарлиҙы ауылға ҡайтарып та ҡуйҙы.
Әминә хәҙер көсөгөн ҡарап ҡына йөрөтә. Юғалып ҡуймаһын тип ҡурҡа. Айырылмаҫ дуҫтар кеүек улар.
Нурия ХӘЙБУЛЛИНА, VIII синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Яуымбай мәктәбе.