+3 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Хикәйәләр
19 Март , 10:53

Өйҙәге цирк (Хикәйә.)

Төшкә табан күк йөҙө болотлап, ямғыр яуып алды. Иртәнсәк ҡояш апай көлөп торғанда көн ниндәй матур ине, ә хәҙер өй эсе лә ҡараңғыланды.Әле өйҙә өсәү генәбеҙ.

Өйҙәге цирк (Хикәйә.)
Өйҙәге цирк (Хикәйә.)
Атайым менән әсәйем эштә. Олатайым тәҙрә янына ултырып алған да гәзиткә текәлгән. Һәр баҫманы шулай ентекләп уҡырға ярата ул. Аҙаҡ та кәрәге тейәсәк файҙалы әйберҙәр осраһа, ки­ҫеп алып, ҡыҙыл тышлы дәфтәр эсенә һалып ҡуя. Бер минутын да бушҡа уҙғарырға яратмаған өләсәйем дә инеп ултырыу менән ҡулына бәйләмен ала һалды. Үҙе бер туҡтауһыҙ:
– Эй, Хоҙайым, силәкләп ҡой ямғырыңды. Игендәр үҫһен, – тип һамаҡлай.
Тик Хоҙай өләсәйемдең теләктәрен ишетмәне, ахыры, ямғыр тиҙҙән ҡайҙалыр китеп тә барҙы.
Күрәһең, Земфира ла шуны ғына көтөп торған. Йүгереп беҙгә килеп тә етте. Ул – Илгиз бабайымдың ҡыҙы. Ауылдың үрге осонда йәшәйҙәр. Ара арыу уҡ булһа ла, икәүләп ошо ике өй араһын көнөнә әллә нисәмә тап­ҡыр урайбыҙ. Һарғылт сәсен икегә ярып үргән ҡыҙыл таҫмалы Земфира минең ҡурсағыма ла оҡшап тора.
Көн асылғас, олатайым да тыш­ҡа сығып, үҙ эшенә тотондо. Өләсәйем, тамағыбыҙҙы туйҙырып алғас, бысранып йөрөмәҫкә, өйҙә генә уйнарға ҡушып, баҡсаға ыңғайланы.
Ә беҙ иркенләп ҡалыуҙан ҡәнәғәтбеҙ.
– Әйҙә, «өйлө» уйнайыҡ, – тип үҙем буйлыҡ ҡурсағыма барып та йәбеште Земфира. Беҙ уның менән һәр ваҡыт шулай уйнайбыҙ. Беребеҙ – әсәй, беребеҙ ҡыҙ була, ә ҡурсаҡ – бәләкәй бәпес.
– Әйҙә һуң, тик был юлы мин әсәй булам, – тинем уға.
– Бөгөнгә мин әсәй булайым инде. – Земфира үҙенекен ны­ҡышты.
Килешә алмағас, уйыныбыҙ килеп сыҡманы. Шунан мин:
– Әйҙә, улайһа «магазинлы» уйнайыҡ, – тип бөтә уйынсыҡтарымды килтереп сығарҙым. Тик Земфира быға ризалашманы. Күпмелер шулай икебеҙ ике яҡҡа ҡарап шымып ултырғандан һуң, ул йәшен тиҙлегендәй һикереп торҙо ла һүҙ башланы:
– Мин бер уйын уйлап таптым. Вәт, шәп, исмаһам. Иҫләйһеңме, теге ваҡыт Өфөлә булғайным бит. Шунда Рәймә апайым Айһылыу менән икебеҙҙе цирк ҡарар­ға алып барғайны. Унда кешеләрҙе көлдөрөп йөрөүсе клоун­дар, маймылдар күргәйнек. Әйҙә, беҙ ҙә «цирклы» уйнайыҡ. Мин клоун булып, һиңә төрлө ҡыҙыҡтар күрһәтәм.
Цирктың нимә икәнен белмәһәм дә, ризалаштым. Земфира миңә диванға ултырырға ҡушты ла, ҡаршыма ултырғыс килтереп ҡуйып, шунда менеп баҫты. Ниндәйҙер йыр көйләгән булып, бер-бер артлы әллә ниндәй ҡыҙыҡлы хәрәкәттәр эшләне. Үҙе:
– Һин сәпәкәй итеп ултыр. Циркта шулай итәләр, – тине.
Мин Земфираның һәр хәрәкәтен ихлас ҡарап, алҡышлап, тамашасы ролен үтәнем.
– Ә хәҙер тағы бер ҡыҙыҡ күр­һәтәм.
Земфира ултырғыстан һикереп төшөп, өҫтәлдә торған тартмалағы йомортҡаларға үрелде. Өләсәйем ҡаҙҙыҡын шунда йыйып бара. Ә йәй етеүгә шул йомортҡаларҙан бәләкәй генә һарыҡай бәпкәләр сығасаҡ. Өләсәйем шулай тине.
Ҡулына бер түгел ике йоморт­ҡа эләктергән әхирәтемә ҡарап, уларҙы нимә эшләтә икән, тип уйлап та өлгөрмәнем, Земфира тегеләрҙе алмаш-тилмәш өҫкә ырғытты. Тик уларҙы яңынан тотоп алмаҡсы ине, килеп сыҡманы. Тәүҙә береһе, аҙаҡ икенсеһе иҙәнгә төшөп, ярылдылар. Теләгәнсә килеп сыҡмағас, бер аҙ кәйефе ҡырылһа ла, бирешергә теләмәне.
– Эй, быныһы булманы инде. Хәҙер тағы берҙе күрһәтәм, – тип тағы ике йомортҡа барып алды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юлы ла улар иҙәнгә төшөп ватылды.
Земфираның ҡылығын күҙәтеп ултыра торғас, миндә лә «цирк күрһәтеү» теләге тыуҙы.
– Ҡайҙа, мин дә эшләп ҡарайым әле, бәлки, килеп сығыр, – тип өҫтәлдәге йомортҡаларға барып йәбештем. Земфира ла, әйҙә һуң, ҡарап ҡарайыҡ тигәндәй, миңә төбәлде. Ләкин мин дә һауаға сөйгән йомортҡаларҙы тотоп өлгөрә алманым. Шунан икәүләшеп ярыша-ярыша йомортҡаларҙы өҫкә ырғытырға тотондоҡ, улар иҙәнгә төшөп ватыла торҙо.
Бер мәл, өйҙән шаҡ та шоҡ килгән тауышты ишетепме, өләсәйем килеп инде. Йомортҡа һарыһына буялып бөткән иҙәнде, унда туҙышып ятҡан ҡабыҡтарҙы күргәс, илар сиккә етеп, беҙҙе әрләй башланы:
– Нимә эшләнегеҙ һеҙ? Ике тиҫтәнән артыҡ йомортҡаны әрәм иткәнһегеҙ. Быйыл бәпкәһеҙ булабыҙ бит! Бер минутҡа ғына ҡараусыһыҙ ҡалдыр, хәҙер берәй эш ҡылып ҡуяһығыҙ, – тип һөйләнә-һөйләнә беҙҙең «цирк эҙемтәләрен» йыйыштырырға кереште.
Бер нисә минут элек булған күтәренке кәйеф ҡул менән һыпырып ташлағандай юҡҡа сыҡты. Земфира ла, ғәйебен аңлапмы, башын түбән эйеп баҫып тора. Өләсәйем эшен тамамлап, йомортҡа ҡабыҡтарын ташларға сығып киткәс, ул: «Мин үҙебеҙгә ҡайтам, йәме. Иртәгә тағы килермен», – тип ҡолағыма шыбырланы.
Земфира ҡайтып киткәс, бигерәк күңелһеҙ булып ҡалды. Өйҙә ары-бире йөрөп, ҡулыма теге-был уйынсығымды алып ҡараным. Ләкин яңғыҙым ғына уйнарға күңелем ятманы.
Кискә табан әсәйем, уның артынан атайым менән Флүр ағайым да эштән ҡайттылар. Күмәкләшеп табын артына йыйылышҡас, өләсәйем беҙҙең бөгөнгө ҡылыҡты фаш итер тип шөрләгәйнем, бушҡа ҡурҡҡанмын. Был турала береһе бер һүҙ яңыртып әйтмәне.
Бөгөн, быға ике тиҫтәгә яҡын йыл үткәс тә, ошо саҡтарҙы, әлеге ваҡиғаны һағышланып, һағынып иҫләйем. Ҡайһылай аҡыллы, сабыр ҡала белгән минең ғәзиздәрем. Әлбиттә, ватылған йомортҡалар, сыҡмаған бәпкәләр ҙә бик йәл булғандыр. Әммә улар барыбер хәйләһеҙ, вайым­һыҙ сабый күңелен ватмау-ҡыйратмауҙы мөһимерәк һанаған. Шуның менән беҙгә ғүмерлек һабаҡ биреүгә ирешкәндер. Даһи тәрбиәселәремә бының өсөн мең рәхмәттәр уҡыйым.
 
Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА.
 
 
"Йәншишмә" гәзите. 2013 йыл.
 
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас