+10 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Хикәйәләр
7 Апрель , 10:36

Хаталанырға хоҡуҡ (хикәйә)

Диананың бүлмәһендә һәр ваҡыт тәртип. Китаптар кәштәлә хәрби сафҡа теҙелгән һалдаттар кеүек тора, өҫтәлендә бер артыҡ әйбер юҡ. Уның тормошо ла ошо бүлмә кеүек: бөтә нәмә үҙ урынында, көндәре, эштәре планлаштырылған, хаталарға урын юҡ. Мәктәптең «алтын ҡыҙы», бөтә фәндәрҙән «бишле» билдәләренә генә өлгәшеүсе, олимпиадалар йондоҙо.

Хаталанырға хоҡуҡ (хикәйә)
Хаталанырға хоҡуҡ (хикәйә)

Әммә һуңғы айҙа был идеаль донъя селпәрәмә килә башланы. Эстә ниндәйҙер бер тойғо баш ҡалҡыта ине: уҡыу – уҡыу – уҡыу, бер буш ваҡыты юҡ. Ә иптәштәре киноларға, театрҙарға бара, дәрестәрҙән һуң тышҡа сыға. Диана иһә иң тәүҙә дәрестәрен уйлай, бер ҡайҙа ла бармай, йөрөмәй, тиһәң дә була. Шуға ла күңелендә ниндәйҙер бушлыҡ урынлашты, бер нәмә лә эшләгеһе килмәй, ата-әсәһенә ҡаршы өндәшеү теләге уяна башланы. Физика буйынса олимпиада яҡынлашҡан һайын уның эсендәге был тынысһыҙлыҡ көсәйҙе генә. Тиҙ генә ҡыҙып бара, әҙерләнгеһе лә килмәй. Ә бит был ябай ғына олимпиада түгел. Был – уның статусын, уның кемлеген раҫларға тейешле имтихан.
Шуны дәлилләгәндәй, киске аш ваҡытында атаһы ла ғорурлыҡ менән әйтеп ҡуйҙы:
– Беҙҙең Диана беренсе урын алмай ҡайтмаҫ ул! Бөтәһе лә һиңә өмөтләнә, ышана, ҡыҙым.
Әсәһе уның тәрилкәһенә иттең иң яҡшы киҫәген һалып:
– Һин бит беҙҙең ғорурлығыбыҙ! – тип йылмайҙы.
Был һүҙҙәр маҡтау кеүек яңғыраһа ла, Диананың иңенә ауыр таш булып ятты. Улар уға ышана. Ата-әсәһе уның еңеүенә шикләнмәй. Дианаға физиканың оҡшамауында, бик аңлап та етмәүендә уларҙың эше юҡ. Ҡыҙҙарының еңеренә ышаналар ғына. Тимәк, уның еңелергә хаҡы юҡ. Был уй төндәрен йоҡоһонан уята, ашаған ашын тамағынан үткәрмәй башланы. Физика формулалары мейеһендә бутала, элек еп-еңел генә сиселгән мәсьәләләр хәҙер ҡәлғә кеүек бирешмәй. Үҙе менән ни бул­ғанын аңлай алмай ҡыҙ.
Иң яҡын әхирәте Лиана уның хәлен һиҙеп ҡалған икән.
– Диана, бәлки, етер? Әйҙә бөгөн киноға барайыҡ? Һин бит үҙеңде бөтөрәһең, – тине ул бер көн.
– Кино? – Диана уға аптырап ҡараны. – Минең ваҡытым юҡ ундай буш нәмәләргә! Олимпиадаға ике аҙна ҡалды, ә минең башыма һис ни инмәй!
– Бер кистән бер нәмә лә булмай бит...
– Була! – тип ҡырт киҫте Диана. – Һин аңламайһың. Һиңә еңел, һинән бер кем дә бер нәмә лә көтмәй. Ә миңә еңелергә ярамай!
Был һүҙҙәр уның ауыҙынан нисек сыҡҡанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Лиананың йөҙө үҙгәреп китте. Ул бер һүҙ ҙә өндәшмәне, боролдо ла китеп барҙы. Диана уның ғәйебе юҡ икәнен аңлай, хатта артынан ҡысҡырып, ғәфү үтенергә лә теләне, ләкин эсендәге ғорурлыҡты еңә алманы. Хәҙер ул бөтөнләй яңғыҙ ҡалды. Тик ул, уның китаптары һәм көндән-көн үҫә бар­ған ҡуҙғыуы.
Олимпиада көнө етте. Кабинетта үле тынлыҡ. Диана буш урынға барып ултыр­ҙы. Ҡулдары боҙ кеүек, йөрәге күкрәк ситлеген ватырҙай булып тибә. Ул күҙҙәренең сите менән дәғүәселәренә күҙ һалды. Барыһы ла тыныс, үҙ-үҙҙәренә ышанған ҡиәфәттә ултыра. Был Диананы тағы ла нығыраҡ ҡаушатты. Биремдәр таратылды. Диана беренсе мәсьәләне уҡый башланы һәм... бер нәмә лә аңламаны. Хәрефтәр күҙ алдында бейей, һандар мәғәнәһеҙ символдар йыйылмаһына әйләнде. Паника. Һалҡын тир бәреп сыҡты. «Тыныслан, һин быны беләһең, һин быларҙы йөҙ тап­ҡыр систең», – тип ҡабатланы ул эстән. Ләкин мейеһе уны тыңламаны. Диана эргәһендә ултырған малайҙың ҡағыҙға шытырлатып яҙғанын ишетә. Ә уның бите буш. Ваҡыт үткән һайын өмөтһөҙлөк уны нығыраҡ баҫа барҙы.
***
Уның исеме еңеүселәр араһында яңғыраманы. Хатта призёрҙар араһында ла. Диана өсөн донъя емерелде. Ул коридорға нисек атылып сыҡҡанын хәтерләмәй. Сөнки еңелде. Тимәк, ул бер кем дә түгел. «Алтын ҡыҙ» юҡҡа сыҡты! Барыһы ла үҙенә көлөп, мыҫҡыл итеп ҡараған кеүек. Әсәһе менән атаһы ни тиер инде?! Ғәрлеге ни тора... Уларҙың өмөтөн аҡлай алманы! Диананың күңелен ғәйеп тойғоһо кимер­ҙе.
Өйҙәге тынлыҡ ҡолаҡты ярҙы. Ата-әсәһе бер нәмә лә һорашмай. Әрләмәй ҙә. Уларҙың өндәшмәүе иң ҡаты шелтәнән дә ауырыраҡ. «Ярай, төрлө ваҡыт була инде», – тине лә әсәһе үҙ эше менән булыуын дауам итте. Был һүҙҙәр йыуатыу түгел, ә уның уңышһыҙлығы менән килешеү кеүек яңғыраны. Диана үҙ бүлмәһенә инеп бикләнде лә яҫтыҡҡа ҡапланды.
Икенсе көндө уның янына өләсәһе инде. Ул бер нәмә лә өндәшмәне, тик эргәһенә ултырып, сәсенән һыйпаны. Ҡулында – йүкә сәскәһе еҫе аңҡып торған сынаяҡ.
– Мә, сәй эсеп ал, күңелең тынысланыр, – тине ул аҡрын ғына.
Улар оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырҙы.
– Беләһеңме, мин йәш саҡта матур итеп күлдәктәр тегә инем, – тип һүҙен башланы өләсәһе алыҫтан. – Районда бер байрамда бәйге ойошторҙолар. Мин дә ҡатнаштым. Төн йоҡламайынса әҙерләндем, үҙемә кейем тектем. Ә сәхнәгә сығыр алдынан, ҡабаланып китеп барғанда, сөйгә эләктереп еңен йыртып ебәрҙем...
Диана уға һораулы ҡараш ташланы.
– Нимә булды һуңынан?
– Һуңынанмы? Бер нәмә лә булманы, – тип йылмайҙы өләсәһе. – Ҡайғырҙым, әлбиттә. Донъя бөттө, тип уйланым. Бөтәһе лә минән көләлер, мине генә тикшерәләрҙер кеүек тойолдо. Үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәнем. Ә аҙаҡ... аҙаҡ аңланым: миндә бер кемдең дә эше юҡ. Башымдағы үҙем уйлап сығарған ҡурҡыу ғына бар. Бер кем дә көлмәй, ғәйепләмәй, барыһы ла мине нисек бармын, шулай ҡабул итә. Еңеүҙәр яҡшы, ләкин еңелеүҙәр аҡыллыраҡ итә. Һәр кешенең хаталанырға хоҡуғы бар. Хатта «алтын ҡыҙҙар»ҙың да. Һин минең өсөн дә, атай-әсәйең өсөн дә олимпиадала еңгәнгә генә ҡәҙерле түгел­һең. Беҙ үҙенде яратабыҙ, сөнки һин – ул һин.
Был ябай һүҙҙәр Диананың күңелендәге боҙҙо иретте. Әсәһе менән атаһының өндәшмәүе, әрләмәүе, тимәк, хәлде нисек бар, шулай ҡабул итеүе булды? Ул тәүге тапҡыр үҙенә ситтән ҡараны. Ә бит ошоға тиклем үҙен уңыштары өсөн генә яраталар, тип уйлап йөрөгән. Ҡыҙ өләсәһенең ҡосағына һыйынды. Бына ул йылы, хәүеф­һеҙ, иң тыныс урын. Бында уны һәр ваҡыт яраталар, көтәләр...
Иртәнсәк Диана телефонын алды ла Лианаға шылтыратты:
– Ғәфү ит мине. Мин дөрөҫ эшләмәнем.
Телефон сымының икенсе осонда бер аҙ тынлыҡтан һуң таныш тауыш ишетелде:
– Мин аңлайым. Киноға билеттар әле лә үҙ көсөндә.
Диана тәҙрәгә ҡараны. Тышта яҙ ҡояшы балҡый. Һуңғы арала ныҡ борсолоп, матурлыҡты ла күрмәй йөрөгән икән. Ул әле лә еңелеүенән әсенә ине, ләкин был тойғо уның бөтә булмышын биләмәй инде. Ҡыҙ аңланы: бер еңелеү бөтә тормошоңдо билдәләмәй. Ә иң мөһиме – хаталаныуҙан ҡурҡмайынса, артабан йәшәргә кәрәк.

 

Гөлнара МОСТАФИНА.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас