+17 °С
Дождь
VKOKМакс
Илһам/Хикәйәләр
13 Августа , 09:07

Тәүге һөйөү (хикәйә)

Бөгөн дежур булғанға күрә, синыф бүлмәһен йыйыштырып, бер аҙ һуңғараҡ ҡалып ҡайтыр­ға сыҡҡан Хәлим күршеләге ишек тапҡырында моңло йыр ишетеп, туҡтап ҡалды:

Тәүге һөйөү (хикәйә)Тәүге һөйөү (хикәйә)
Тәүге һөйөү (хикәйә)

Бер ҡыҙ бала йыр сығарған
Бағышлап әсәһенә.
«Әйҙә, икәү йырлайыҡ», – тип,
Өйрәткән энеһенә...
VI «Б» синыфы 8 Март байрамына әсәйҙәр өсөн концерт ҡуйырға әҙерләнә. Хәлим түҙмәне, ишекте бер аҙ ғына аса биреп, бүлмә эсенә баҡты.
...Ҡояш, ҡояш, мәңге балҡый,
Мәңге нур һибә.
Ҡояш ғүмере теләйем,
Әсәйем, һиңә...
Йырлап торған, йәтеш кәүҙәле, ҡуңыр сәсле, һоро күҙле ҡыҙҙы күреп, Хәлим бар донъя­һын онотто. Исеме Зилә икән. Күрше ауылдан быйыл ғына уҡырға килгән был һылыу ҡыҙ, өҫтәүенә, шундай матур итеп йырлай ҙа! Көҙҙән алып ошо ҡыҙ күңеленә тыныслыҡ бирмәй уның. Һәр яҡтан килгән, барса кәмселектәрҙән азат ителгән һымаҡ тойола ул Хәлимгә. Өҫтөндәге мәктәп формаһына тиклем бик ыҡсым, үҙенә килешеп кенә тора. Йыр ишетелмәһә лә, үтешләй ошо синыф бүлмәһе яғына ҡарамай түҙмәй ул.
Ҡайсаҡ, алтынсылар Хәлимдәрҙән алдараҡ дәресен тамамлап ҡайтып китһә, кәйефе төшөп тә ҡуя. Ошо һоро күҙҙәргә бер ҡарап алыуын әллә ни күрә. Бөгөн Зилә айырыуса матур тойолдо. Тик ул Хәлим хаҡында уйлап та бирмәйҙер шул. Синыфта уның ғына гармунсы икәнен дә белмәйҙер әле Зилә. Хәҙер ҡайт­ҡас та «Әсәйем, һиңә» тигән ошо йырҙың көйөн һис кисекмәҫтән «хромка»һында өйрәнеп аласаҡ... Үҙҙәре лә байрам концертына әҙерләнә бит. Тиҙҙән синыфтар араһында һайлап алыу туры ла үткәрәсәктәр. Дөйөм мәктәп концерты өсөн.
Зилә йырлағанда саҡ яңылышманы. VII «Б» синыфынан теге малай тағы ла ишектән ҡарап китте. Күҙҙәре осҡонланып торған шырт ҡара сәсле шул малайҙы күреү менән һәр саҡ ҡарашын ситкә борорға тырыша. Башҡа синыфтан бул­ғас, исемен дә белмәй әле уның. Әллә сит ауылдан килгән ят ҡыҙ, тип ҡыҙыҡһынып ҡарай, әллә күңеленә ятҡан, осраһа, Зиләнән күҙҙәрен алмай ин­де... Улай тиһәң, ҡырҙан ул ғына түгел дә. Ә үҙеңсе?.. Һин дә бит шул малайҙы бер аҙ ваҡыт күрмәйерәк торһаң, күңелең булмай. Зилә үҙенән-үҙе оялып китте. Тик концерт ваҡытында ғына уның күҙҙәренә текләп йырын яңылыштырып ҡуймаһын тағы...
Һайлап алыу турында Зиләнең йыры үтте. Башҡа яҡшы сығыштар менән бергә VII «Б»­нан Хәлимдең дә матур итеп гармунда уйнағанын оҡшаттылар. Йыр уҡытыусыһы Зөһрә апай хатта Зилә менән Хәлимгә бергәләп сығыш яһарға тәҡдим итте. Был хәбәргә малай ныҡ шатланды. Ә Зилә, ғәҙәтенсә, оялышынан ҡыҙарып, биттәре алһыу төҫкә мансылды. Уның шундай сағы бигерәк тә оҡшай Хәлимгә...
Концерт башланды. Һәр саҡ алып барыусы булып ҡатнаш­ҡан Ғәлиә: «Әсәйем, һиңә». Йырлай Зилә Ҡоҙабаева. Гармунда – Хәлим Ҡыуандыҡов», – тип артистарса бик тә килештереп иғлан итте. Шул саҡта уларҙың тулҡынланыуы!.. Әммә үҙҙәрен тиҙ ҡулға алдылар. Йыр бик шәп килеп сыҡты. Уларҙың сығышын хатта аяғөҫтө тороп алҡышланылар...
Концерттан Хәлим бығаса кисермәгән шатлыҡлы тойғолар менән өйөнә ҡайтты. Ә Зиләнең, ғәҙәттәгесә, биттәре ут кеүек янды... Шулай ҙа уға бик рәхәт ине.
Иртәгеһен Зөһрә апай Зиләгә лә, Хәлимгә лә икеһенең фотоһүрәтен бирҙе. Концерт ваҡытында төшөргән икән.
Ошо көндәрҙән алып Хәлим Зилә хаҡында тағы ла йышыраҡ уйланды. Зөһрә апайҙың фотоаппаратынан үҙенең кеҫә телефонына күсереп алған фотоһүрәтенән сәғәттәр буйы тиерлек күҙҙәрен алмай... Унда янында микрофон тотоп, ҡояштай балҡып тора бит Зиләһе! Егет ҡыҙға серен сисергә булды. Әлбиттә, хат аша ғына. Сөнки үҙен күреү менән «телен йота» ла ҡуя.
Бер көндө, дәрестәр тамамланғас, Зилә гардеробта элеүле торған пальтоһының кеҫә­һендә бейәләйе эсенән ҡош телендәй генә ҡағыҙ киҫәге тапты.
«Их, матур ҡыҙ, Зилә,
Көн дә күрәһем килә», – тип кенә яҙылған ине унда. Тик ҡултамғаһы ғына юҡ. Хаттың авторы, моғайын, Хәлимдер, тип фаразланы тулҡынланыу­ҙан йөрәге дөп-дөп тибә башлаған ҡыҙ. Хәҙер инде уның исемен дә белә... Күңел тыныслығын юғалтҡан Зилә лә фотолағы был малайға йыш ҡына ҡарап ала торған булып китте.
Май аҙағы етеп, мәктәптә дәрестәр тамамланған мәлдә Зилә, быйыл Хәлим һигеҙенсе синыфҡа баш ҡалалағы гимназияға уҡырға китә икән, тип осраҡлы ғына ишетте лә ныҡ ҡына кәйефе төштө. Тағы фотоға күҙ һалды.
«Ысынлап та, китәһеңме ни?» – тине Зилә.
«Эйе, ысын, баш ҡалаға барам», – тигәндәй булды фотоһүрәттәге уның йәнәшәһендә гармун тартып торған Хәлим.
Шул саҡ егет тә Зиләнең һүрәте менән «һөйләшә» ине.
«Мин һине һағынырмын ин­де», – тине, гүйә, Зилә.
«Әйҙә, киләһе йылға үҙең дә кил Өфөгә», – тине Хәлим.
«Һис шикһеҙ, барам, Хәлим. Сөнки беҙҙең әйтер һүҙҙәребеҙ әле әйтелмәгән, йырлар йырҙарыбыҙ ҙа, бәлки, алда күптер...»
Иң саф, илаһи хистәр менән тулған был ике йәш йөрәк бер-береһен һис һүҙһеҙ аңланы. Тәүге һөйөү шулай тыуалыр, күрәһең…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ

"Йәншишмә" гәзите архивынан. 2015 йыл.

Фото: vkuserphoto.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас