

Күргәҙмә бер ай эшләйәсәк, барып ҡарағыҙ, дуҫтар.
Студияның етәксеһе - танылған портрет оҫтаһы Айнур Тимерғәлиев. Ул үҙе лә биш йәшенән һүрәттәр төшөрә башлаған. Хәҙер уның портреттары донъяның төрлө илдәрендә бар. Сөнки рәссам күп кенә билдәле шәхестәрҙең портреттарын эшләп, үҙҙәренә бүләк иткән. Легендар боксер Майк Тайсонға, мәҫәлән.
Айнур үҙенең тәжрибәһе, һүрәт яһау серҙәре менән уртаҡлашыу өсөн 2019 йылда студия асҡан. Ул үҙе - төрлө кимәлдәге конкурстар лауреаты. Уҡыусылары менән онлайн форматта шөғөлләнә, осрашып оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Эшенең һөҙөмтәһен балаларҙың эштәрендә ап-асыҡ күрергә мөмкин. Республиканың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов, халыҡ шағиры Мостай Кәрим, "Ҡара генерал" Даян Мурзин... Данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың портретын Өфөнән 15 йәшлек Елизавета Минеева эшләгән. Матур килеп сыҡҡан.
- Генерал Шайморатов - күренекле шәхес, иғтибарҙы тартты, яңыраҡ уға Өфөлә һәйкәл ҡуйылды бит инде. Һүрәт төшөрөү менән биш йәшемдән, бына ун йыл инде шөғөлләнәм, һынлы сәнғәт мәктәбендә уҡыуҙан тыш, "ТимАрт" студияһында шөғөлләнеүемә бер йыл булып килә, - ти ҡыҙ.
Ә Мортаза Рәхимов портретын Туймазы ҡалаһынан 13 йәшлек Изел Садыкова яһаған.
Айнур Тимерғәлиевтың студияһында ошоғаса 1 меңдән ашыу рәссам оҫталығын арттырған. Улар араһында Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Өфө, Төмән кеүек ҡалаларҙан да уҡыусылар бар. 2022 йылдың октябрендә "ТимАрт" студияһында шөғөлләнеүселәрҙең эштәре Космонавтика музейында күрһәтелгән. Бөгөнгө көндә студия портфолиоһында 1 меңдән ашыу портрет, 200 картина һәм йөҙләп панно бар.
Әлеге күргәҙмәлә 11 йәшлек Өфө малайы Камил Шәриповтың да портеты иғтибарҙы йәлеп итте. Ҡарт олатаһы - Үрге Ҡыйғынан Ғәли Фазлетдин улы Хисаметдиновты төшөргән ул. Был портреттар ябай ғына түгел, уларға ҡарап, һынландырылған һәр шәхестең күңел торошон аңлайһың, уйҙарын уҡығандай булаһың, холоҡ-фиғелен таныйһың. Тимәк, остаз Айнур Тимерғәлиев маҡсатына ирешә, уҡыусыларына үҙенең оҫталыҡ серҙәрен тапшыра белә. Йәш рәссамдарға артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Автор фотолары.