+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Һүрәттәр
11 Март , 18:00

Әлдә һин бар

Бөрйән районы Мораҙым ауылынан Илзирә ВӘЛИЕВА шиғыры.

Әлдә һин бар
Әлдә һин бар

Балаларға иң яҡыны
Булалыр ул әсәйҙәр.
Күңелебеҙ яраларын
Гел уңалтып йәшәйҙәр.
Әгәр өйҙә булмаһалар,
Ҡояш та юғалғандай.
Донъя йәме бөткән кеүек,
Көн дә моңһоуланғандай.
Әсәйемә бер ҡасан да
Насар һүҙҙәр әйтмәҫмен,
Йөрәген дә яраламам,
Күңелен һүрелтмәҫмен.
Әлдә һин бар, әсәкәйем,
Һинһеҙ күңелһеҙ миңә.
Рәхмәтемде нисек кенә
Әйтеп бөтәйем һиңә?
Әгәр ҙә йондоҙ һораһаң,
Менеп алып бирермен.
Әсәкәйем, оҙаҡ йәшә,
Һәр саҡ шат бул, ҡәҙерлем!

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: