+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
25 Февраль 2022, 06:05

Атайымды ҡотлайым

 

Ватан һаҡсылары көнө,

Атайымды ҡотлайым.

Ағайым да хеҙмәт иткән,

Уны ла онотмайым.

 

Атай – һалдат, ағай – һалдат,

Мин дә шулай булырмын.

Кирза итек, шинель кейеп,

Ил һағында торормон.

 

Йәш һалдаттар һаҡта торғас,

Тыныс булыр илебеҙ.

Бәхетле булыр кешеләр,

Аяҙ булыр күгебеҙ.

 

Бына мин дә үҫеп еттем,

Паспорт алдым ҡулыма.

Әҙермен, тип әйтә алам,

Алға илтер юлыма.

 

Ил батыры булмаһам да,

Илгә имгәк булмамын.

Тыуып үҫкән төйәгемә

Дан йырлауҙан туймамын.

 

Фәнис БӘҘРЕТДИНОВ, VIII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Һаҡмар мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас