

Атайҙың көслө ҡулдары
Һөйә мине арҡамдан.
Яҡлаусым да, һаҡлаусым да,
Йырлайым үҙенә дан.
«Улым» тиеп өндәшеүе
Барынан ҡәҙерлерәк.
Атайлы булыу – ҙур бәхет,
Донъям теүәл, түңәрәк.
Яратам атай алдында
Иркәләнеп алырға.
Терәгем һәм таянысым
Булһын һәр саҡ янымда.
Тамерлан ЗАРИПОВ.
Туймазы районы, Серафимовка мәктәбе.