Иртәнсәк уяныуыма
Әсәй бутҡа бешергән.
Телеңде йоторлоҡ тәмле,
Һиҙеп торам еҫенән.
Сәстәремде үреп ҡуйғас,
Арҡамдан һөйөп ала.
Көн дә мәктәпкә киткәндә
Үбеп оҙатып ҡала.
Наҙгөл ШӘЙӘХМӘТОВА. V «А» синыфы уҡыусыһы.Белорет районы, Сермән мәктәбе.
Фото: https://yandex.ru/images/search?text